Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәбдрәхимова Регина Зиннәт ҡыҙы сайтына рәхим итегеҙ!

Эссе

Мин – уҡытыусы

 

           Уҡытыусы!

                           Ниндәй бөйөк исем!

                                     Кешелеккә белем биреүсе.

                                                Һәр көн һайын беҙҙең йөрәктәргә

                                     Изгелек нурҙарын сәсеүсе.

 

Мәктәп – бер ниндәй ҙә картала күрһәтелмәгән бәләкәй генә ил. Мәктәп - ул иҫ киткес донъя, ундағы һәр бер көн үҙенсә, бер-береһен ҡабатламай, бер - береһенә оҡшамай; унда һәр бер миҙгел – ниндәйҙер  яңылыҡты, мауыҡтырғысты эҙләү. Был күңелһеҙләнеп ултырырға, бәхәсләшергә һәм ваҡытты бушҡа ауҙарырға бер генә минут ваҡыт та булмаған сихри донъя, бында һәр бер бала - киләсәкте төҙөүсе. Ошо иҫ киткес  донъяла бала саҡтан уҡ оҙаҡ йәшәргә  хыялландым. Бында тик сабырҙар, иғтибарлылар, яғымлылар, асыҡ йөҙлөләр һәм  изге кешеләр генә йәшәүен  һәм улар -УҠЫТЫУСЫЛАР икәнлеген дә белә инем. Мин үҙемә  изге йөрәкле, ярҙамсыл уҡытыусы булам тигән маҡсат ҡуйҙым.

Мин үҙ бәхетемде балаларҙы уҡытыуҙа күрәм. Бәләкәс саҡтан уҡ уҡытыусы булырға хыялландым. Изге хыялымды тормошҡа ашырыр өсөн, Туймазы педагогия колледжына юлландым. Унда хөрмәтле остаздарым Зөләйхә Солтанхәмит ҡыҙы (Шифа Хәмитовна), Гөлнара Яхъя ҡыҙы һәм башҡалар бар көстәрен һалып төплө белем бирҙе, буласаҡ һәнәремә ҡыҙыҡһыныу, яуаплылыҡ, ғорурлыҡ хисе өҫтәне.

Колледжда уҡыған йылдарым бик күңелле, файҙалы, мауыҡтырғыс үтте. Ҡала, республика күләмендә, колледж эсендә үткәрелгән төрлө сараларҙа беҙҙең төркөм ҡыҙҙары әүҙем ҡатнашты.

Мәктәп һәм колледж уҡытыусыларым, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, йәмәғәт эшмәкәре һәм яҙыусы Гүзәл Ситдиҡова, балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина, йырсылар Рәүилә Мәсәлимова, Вилдан Яруллин, Фирүзә Париж (Аллаярова) менән иҫтәлекле осрашыуҙар миндә тыуған төйәккә һөйөү тәрбиәләнеләр. Хеҙмәт юлымды үҙ районымда башлап ебәреүемдә уларҙың өлөшө бөткөһөҙ.

Эйе, уҡытыусы һөнәренең ауыр, шул уҡ ваҡытта иң кәрәкле булыуын яҡшы аңлайым. Был һөнәрҙе һайлаған кеше тәрбиәле, белемле, донъялағы барлыҡ матур сифаттарға эйә булырға тейеш. Сөнки ул баланы белеме менән генә түгел, тышҡы ҡиәфәте, холҡо, телмәре, яҡты йөҙө, саф күңеле менән дә тәрбиәләй.

Мин хеҙмәт юлымды районыбыҙҙың Ғафури урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ башланым. Бөгөнгө көндә лә эшемде ошо мәктәптә дауам итәм.

Туған тел уҡытыусылары өсөн үткәрелгән район методик кәңәшмәләрҙә, семинарҙарҙа теләп ҡатнашам, тәжрибә туплайым. 2013-2014 уҡыу йылының 21 ноябрендә беҙҙең мәктәптә лә сираттағы ошондай ултырыш үткәрелде. Федераль дәүләт стандарттарына ярашлы 5-се класта «Йыл миҙгелдәре” темаһына асыҡ дәрес күрһәттем. Әсәйҙәр көнөнә бағышланған кластан тыш сарала уҡыусыларым бик матур сығыш яһанылар.

Заман үҙ талаптарын ҡуя. Заман талабы, йәғни федераль дәүләт стандарттарының маҡсаты булып, башҡорт телен балаларға өйрәтеү, тел аша уҡыусыларҙың аң-белем даирәһен тәрәнәйтеү, киңәйтеү, балаларға көндәлек тормошта ҡулланыу өсөн социаль тәжрибә тупларға ярҙам итеү тора, йәғни уларҙы бөгөнгө көн талаптарына ярашлы йәшәй белгән, үҙ илен, халҡын яратҡан, тормошта үҙ урынын табып, күңеле яратҡан шөғөлө аша үҙенә, ғаиләһенә, яҡындарына, халҡына тоғро хеҙмәт иткән шәхес итеп тәрбиәләү тора.

         Дәрестәремде заман талаптарына яуап бирерлек итеп үткәререгә тырышам. Бөгөнгө дәрестәрем проблемалы һорауҙар ярҙамында, уҡыу мәсьәләләрен үҙҙәре ҡуйыуҙан башлана. Традицион дәрестәрҙән тыш, дәрес-КВН, дәрес-сәйәхәт, уйын-дәрес, презентация-дәрес, ролле уйындар кеүек ижади дәрестәр юғары нәтижәләргә ирешергә ярҙам итә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусылар кроссвордтар, ребустарҙы яратып сисәләр, тест һорауҙарына теләп яуап бирәләр.

         Көләмәстәр, уйындар, йомаҡтар, мәҡәлдәр ярҙамында халҡымдың ауыҙ-тел ижадына байҡау яһайбыҙ. Мәғариф алдына ҡуйылған бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн,  Башҡортостан мәғариф министрлығы тарафынан  килгән уҡыу әсбаптары, методик, дидактик материалдар бик ҙур ярҙам итә.

         Бала дәрестә үҙ аллы фекер йөрөтә белергә тейеш. Шуға күрә күберәк  уҡыусыларҙы тыңларға тырышам. Һорауҙарыма тулы яуап биреүҙәрен көтәм. Дәрестәге эштәренә үҙ-үҙҙәренә баһа ҡуйырға ҡушам. Дәрестең йомғаҡлау өлөшөн дә уҡыусыларҙың үҙҙәренә тапшырам.

         Уҡыусыларымды белемле итеү өсөн, предметҡа, телгә мөхәббәт уятыу ниәтенән яңы методик алымдар эҙләйем. Дәрестәремдә уйын, коммуникатив технологияларын ҡулланам, электрон дәреслектәр менән эшләйбеҙ.

              Эшемдә  миңә “Башҡортостан уҡытыусыһы”, «Аманат», «Аҡбуҙат» журналдары, “Йәншишмә” гәзите  ҙур ярҙам итә.

              Һәләтле балалар менән эшләү һөҙөмтәһе булып, уҡыусыларымдың район олимпиадаларында, конкурстарында уңышлы сығыш яһауҙары тора. Инша бәйгеләрендә телебеҙҙең байлығын күрһәтергә тырышабыҙ.

              Башҡортостандың суверенитет яҡлау көнөнә бағышланған тантаналы линейкалар үткәрәбеҙ. Йыл барышында күренекле шәхестәрҙең юбилейҙары, асыҡ дәрестәр, кластан тыш саралар бик йәнле үтә.

              Төп хеҙмәтем менән бергә йәмәғәт эштәрендә лә ҡатнашырға тырышам. Спорт һәм мәҙәниәт буйынса үткәрелгән сараларҙа теләп ҡатнашам.

              Уҡыусыларым дәрестәрҙән тыш үткәрелгән бейеү, ҡурсаҡ театры түңәрәктәренә теләп йөрөйҙәр. Бейеүҙәр, әкиәттәр аша халыҡ ижадына һөйөү тәрбиәләйем. Был эштәрҙе ойоштарғанда балаларҙың ата-әсәләре лә ҙур ярҙам күрһәтә.

              Мин изге һөнәр эйәһе, мин - уҡытыусы. Йәш быуын күңеленә яҡшылыҡ, сафлыҡ, изгелек орлоҡтары сәсәм, еңел булмаған тормош юлынан дөрөҫ атлауҙары өсөн, бар көсөмдө һалам. Мин хеҙмәтемдән ҡәнәғәтмен. Иртән тороп барған эшем, кис менән ашығып ҡайтҡан ғаиләм – яратҡан тормош иптәшем, ғәзиз балам, беҙҙең өсөн йәндәрен бирергә әҙер булған атай-әсәйҙәрем булыуы менән бик бәхетлемен. Бына ошо бәхетле миҙгелдәрем миңә эшемдә көс, илһам, дәрт бирә. Уларҙың ғүмерем буйы йәнәшә барыуын теләйем, мин быға ышанам.

 Минуттар, сәғәттәр, көндәр, айҙар бер-бер артлы мәшәҡәттәре менән үтеп торалар. Күңелдәге изге уйҙар, яҡты өмөттәр менән, һәр ваҡыттағыса, мәктәпкә, яратҡан эшемә ашығам.