Исем

1. Бирелгəн һүҙҙəрҙе төркөмлəп яҙырға:

болан, эт, айыу, кəзə, төлкө, һарыҡ, бесəй, ҡуян, ишəк, бүре, дөйə,

алйырҙан, һыйыр, йомран, ат, ялман, бурһыҡ, һыуһар, ҡондоҙ, мышы, аҫ.

Ҡырағай хайуандар һəм йəнлектəр:

Йорт хайуандары:

2. Түбəндəге һүҙҙəрҙе килеш менəн үҙгəртергə:

а) япраҡ, һабаҡ, ҡыуаҡ, ауыҙ, ҡағыҙ, һауыт, грипп, ат, портфель, ысыҡ,

юрға, тамсы, ҡайын, урғыстар;

б) ерек, елəк, тирəк, күҙ, һүҙ, егет, сəғəт, эт, емеш, еңеү, ишкəк, бүлмə,

йəйен, себеш, сəскə, йүкə, үлəндəр;

в) ҡорот, ҡорос, толоп, ҡолон, болон, борос, һоло, болот, боролош,

борғо, йоғонто, йомош, йондоҙ, ҡол, ҡорт;

г) көмөш, һөлөк, көн, төн, Өфө, өкө, бөркөт, төтөн, һөйөнөс, төлкө,

бөртөк, төҙөлөш, көйөнөс, бөрө, йөн, көҙ.

3. Һүҙҙəргə тейешле ялғау ҡушып, һөйлəмдəрҙе күсереп яҙырға:

Себеш... (нимəне?) көҙ һанайҙар. Аҡыл йəш... (нимəлə?) түгел, баш...

(нимəлə?). Тел ҡылыс... (нимəнəн?) көслөрəк. Əсəйем ҡорот... (нимəне?) оҫта

яһай. Күктə йондоҙ... (нимəлəр?) емелдəй. Етегəн йондоҙ...(нимəне?) табыуы

ауыр түгел.

4. Һүҙҙəргə тейешле ялғау ҡушып, əкиəтте уҡырға:

Борон-борон заманда эт үҙенə хужа эҙлəп сығып киткəн. Ул юлда бүре...

(нимəне?) осратҡан. Уның менəн бер аҙ йəшəгəн. Лəкин бүре... (нимəнең?)

айыу... (нимəнəн?) ҡурҡыуын күргəн. Бүре... (нимəне?) оҡшатмай, ташлап

киткəн. Айыу... (нимəне?) һəм арыҫлан... (нимəне?) ла яратмаған. Кеше...

(кемдең?) бөтə нəмəнəн дə көслө булыуын аңлап, кеше... (кемдə?) ҡалған.

5. Һүҙҙəргə күплек ялғауы ҡушырға.

а) боҙ, бал, елəк, ҡыяр, таҫма, ғүмер, канау, аусы, елкə, көтөү; б) тоҙ,

һал, илəк, баяр, баҫма, күмер, танау, яусы, өлкə, кейəү; в) аҡса, алмағас, белем,

бесəн, бесəй, биҙрə, биҙəк, билдə, бөрө, бөртөк, бөжəк; г) бəйлəм, быуа, гəрəбə,

гөллəмə, гəүһəр, болон, такси, өлгө, йылмайыу.

6. Тексты уҡырға, тəржемə итергə, тейешле тыныш билдəлəре

ҡуйырға.

Башҡортостан — бай республика. Унда йылғалар күлдəр тауҙар

болондар күп. Урманында имəн ҡайын ҡарағай йүкə шаулап үҫə. Киң

болондарын ал ҡыҙыл һары аҡ зəңгəр сəскəлəр биҙəй.

7. Тексты һəм һөйлəмдəрҙе уҡырға, тəржемə итергə, аҫтына һыҙылған

һүҙҙəрҙең һанын, килешен билдəлəргə.

Башҡортостан нефткə бай. Нефть Ишембай, Туймазы, Арлан яҡтарында

табыла.

Республикабыҙ нефть сығарыу буйынса илдə өсөнсө, ə нефть эшкəртеү

буйынса беренсе урында тора.

Нефттең хужалыҡта файҙаһы бик ҙур. Өфө, Салауат, Ишембай

заводтарында нефттəн бензин, кəрəсин, мазут һəм вазелин алына. Химия

заводтарында нефть газдарынан спирт, синтетик каучук һəм башҡа продукттар

эшлəп сығарыла.

Улар һөйлəшə-һөйлəшə Əлфиəлəргə киттелəр. Көткəн яҙҙар килде.

Батырға ла ял кəрəк. Иң яҡшы көрəшселəр, йырсылар, ҡурайсылар,

бейеүселəр, сəсəндəр йыйылған бында. Дачамда көҙгө сəскəлəр күҙҙең яуын

алып ултыра. Алһыу ҡыҙҙар менəн елəккə китте. Уҡытыусы апай беҙгə

китаптар таратты. Аҡыл йəштə түгел, башта. Берлиндан өс яҡҡа өс юл китə.

Беҙгə алтындан ҡиммəтерəк нимə кəрəк. Бөгөн киноға барам. Кескəй Айгөлдөң йоҡоһо килə.

8. Түбəндəге һүҙҙəрҙе эйəлек заты менəн үҙгəртергə:

атай, əсəй, өй, ағай, йəй, болон, ҡыш, сəғəт, өлөш, ручка, күҙ, көмөш,

баш, дин, көҙ, йорт, өҫтəл, йөҙ.

9. Түбəндəге һүҙбəйлəнештəрҙе башҡортсаға тəржемə итергə:

моя ручка, твой карандаш, наш стол, ваши слова, его книга, их дети, ее

вещи, наши знакомые, его брат.

10. Түбəндəге һүҙҙəрҙе хəбəрлек заты менəн үҙгəртергə:

ағай, атай, бай, батша, белгес, вəкил, илсе, тəрбиəсе, хужа, əҙəм, əфəнде,

юлсы, журналист, студент, кеше.

Сифат

1. Түбəндəге сифаттарҙы дəрəжəлəр менəн үҙгəртергə:

а) һоро, көрəн, һары, күк, шат;

б) ал, ҡыҙыл, йəшел, йəш, йомро;

в) оло, саф, ҡоро, ҡара, тура.

2. Предметтарҙы бер-береһе менəн сағыштырып, түбəндəге һүҙҙəрҙəн

һөйлəмдəр төҙөп яҙырға.

Таш, ағас, ҡаты. Бүре, арыҫлан, көслө. Айыу, ҡуян, ҙур. Волга, Урал

йылғаһы, оҙон. Өфө ҡалаһы, Стəрлетамаҡ, ҙур. Кавказ, Урал тауы, бейек.

3. Предметтың төрлө билдəлəрен белдереүгə ҡарап, сифаттарҙы

төркөмлəп яҙырға:

а) предметтың төҫө:

б) предметтың күлəме:

в) предметтың характеры:

г) предметтың тəме:

д) предметтың формаһы:

е) предметтың урынына йəки ваҡытына бəйле билдə:

аҡ, ҡыҙыл, ҡара, һоро, бəлəкəй, ҙур, йыуаш, сабыр, асы, сөсө, кəкре,

тура, түңəрəк, баллы, тəмле, балһыҙ, тəмһеҙ, алғы, өҫкө, яҙғы, йəйге, ҡалалағы,

баҡсалағы, һары, йəшел, тоҙло, тоҙһоҙ, йоморо, нəҙек, уҫал, хəйлəкəр, зəңгəр,

шат.

4. Түбəндəге сифаттарҙың артыҡлыҡ дəрəжəһе формаһын яһарға:

а) ҡоро, һоро, ҡара, ҡаты, тура; б) төҙ, йылы, йоморо, аҡ, күк; в) йəшел,

зəңгəр, һары, ҡыҙыл, еүеш.

5. Түбəндəге һүҙбəйлəнештəрҙе тəржемə итергə:

а) елле көн, боҙло һыу, тоҙло аш, баллы сəй, күңелле байрам; б) яҡшы

юл, зəңгəр күк, аҡ сəскə, тасуири уҡыу, киң ялан; в) һары себеш, ҡара бесəй,

отҡор малай, тоҙло ҡыяр, ҡомло яр, ҡыҙыл күлдəк, ҡалын китап.

6. Түбəндəге сифаттар менəн һүҙбəйлəнештəр төҙөргə:

а) тура, тылсымлы, тыныс, айлыҡ, ҡышҡы, түңəрəк;

б) саф, һəйбəт, сыуаҡ, талапсан, төшкө, насар;

в) һаран, боҙоҡ, фəнни, ғилми, зарарлы, зауыҡлы;

г) тəмһеҙ, фажиғəле, һыуыҡ, ҡурҡаҡ, илаҡ, əсе;

д) сабыр, өлгөр, оҙон, оялсан, оло, ҡырағай;

е) татлы, тəмһеҙ, шəрбəт, əҙəби, эҫе, сихри;

ж) киске, гүзəл, аҡһаҡ, йыуаш, йомшаҡ, тулы;

з) наҙан, тарихи, синфи, мəҙəни, сəйəси, дини;

и) тере, төҫлө, йəйге, үткер, көлəс, һипкелле.

7. Текстарҙы һəм һөйлəмдəрҙе уҡырға, тəржемə итергə, сифаттарҙы

табып, дəрəжəлəрен билдəлəргə.

Төҫлө япраҡтар

Һуҡмаҡтан терпе килə. Урман тыныс. Уҫаҡ эргəһендə терпе туҡтап

ҡалды ла ерҙəге япраҡтарға ҡараны. Ҡып-ҡыҙыл, һап-һары булып яталар

япраҡтар. “Ҡыҙыма алып ҡайтайым əле, туйғансы уйнар”, — тине лə терпе бер

нисə япраҡты энəлəренə сəнсеп алды. Ҡайындың һары япраҡтарын да ҡаҙаны.

Күрһəгеҙ ине терпене!.. Төрлө япраҡтарға күмелеп, терпе килə. Ҡыҙылы

ла, һарыһы ла, йəшеле лə, көрəне лə бар. Терпе бəлəкəс ҡыҙына йəйғор күтəреп

ҡайта.

А.Йəғəфəрова

Көҙгө урман

Көҙгө урманда йөрөргə яратам. Уның иң матур сағы сентябрь бөткəндə

булалыр. Зəңгəр күккə, йылы аяҙ көнгə, урмандың төрлө биҙəктəренə

һоҡланып туя алмайһың. Тəрəн тынлыҡ. Əкрен генə йылы ел иҫə. Ағастарҙан

һап-һары япраҡтарҙың ҡойолғаны ишетелеп ҡуя.

Д.Исламов

Бөрйəн

Бөрйəн яҡтары бик матур. Унда төрлө ағастар үҫə. Бейек тауҙар

болоттарға тейеп торған кеүек күренə. Тау йылғаларының һыуы бик тəмле.

Урмандарында ҙур айыуҙар, уҫал бүрелəр, хəйлəкəр төлкөлəр, йүгерек

ҡуяндар, етеҙ тейендəр йəшəй. Тау итəктəрендə тəмле елəктəр үҫə.

“Йəншишмə”

Тоҙһоҙҙо һуҡыр ҙа белə. Ҡарт кеше менəн шаярырға ярамай. Яҡшы атҡа

ҡамсы кəрəкмəй. Улар ябай, тоғро, аҡыллы. Киң болон, йəп-йəшел үлəн, ваҡ

талдар. Аҡһыл-һары сəсле, зəңгəр күҙле матур бер йəш егет ине. Матур сəскə сəнскеле була. Аҡыллы ҡатын — хазина. Яҡшы ҡатын — өй күрке.

8. Шиғырҙарҙы уҡырға, тəржемə итергə, сифаттарҙы табырға.

Светофор

Светофор тора юлда,

Күрһəтə ни бар алда.

Йə киҫəтə: көтөгөҙ,

Йə, рөхсəт, ти, үтегеҙ.

Һары төҫө — иғтибар,

Тимəк, юлда хəүеф бар.

Йəшел янһа — юл тыныс,

Ə ҡыҙылы — ҡурҡыныс.

Юл аша сығыр элек,

Тор, дуҫҡай, шуны белеп,

Тик йəшел янһа ғына,

Сыҡ һин юл аръяғына.

Б.Байым

Ҡара ер

Ҡап-ҡара ер... Лəкин, ҡара əле,

Ҡара ерҙə үҫə аҡ гөлдəр...

Ҡара ерҙə үҫкəн ап-аҡ гөлдəр

Һис тə һулый торған түгелдəр!

Ҡап-ҡара ер... Лəкин ҡара əле,

Ҡара ерҙə үҫə аҡ икмəк!

Аҡ икмəкте, ап-аҡ гөлдəрҙе

Ҡара ер үҫтерə, ни хикмəт!

А.Игебаев

Яҡшы һүҙҙəр

Яҡшы һүҙҙəр ҙə була,

Насар һүҙҙəр ҙə була.

Яҡшы һүҙ менəн генə

Минең дəфтəрем тула.

“Йəмһеҙ, ялҡау, тəртипһеҙ,

Алама, ҡурҡаҡ, илаҡ...”

Ундай насар һүҙҙəрҙе

Яратмай минең ҡолаҡ.

“Аҡыллы, матур, тырыш,

Егəрле, тыйнаҡ, түҙем...”

Аҡыллы, матур бала

Булам бит ул мин үҙем!

Ф.Рəхимғолова

Ҡарбуз

Тышы йəшел,

Матур ғына.

Туп шикелле

Йомро ғына.

Уның эсе

Алһыу ғына.

Ауыҙға алһаң,

Сыға бал ғына.

С.Əлибаев

Матур менəн көслө

Бер кем дə юҡтыр

Əсəйем ише:

Ул донъялағы

Иң матур кеше.

Бер кем дə юҡтыр

Атайым төҫлө —

Ул бик тə батыр,

Ул бик тə көслө!

Ф.Рəхимғолова

Йəшел, ҡыҙыл помидор,

Береһе — бəлəкəй, береһе — ҙур.

Ултыралар һабаҡта,

Бешкəндəре табаҡта.

З.Ҡотлогилдина

9. Текстарҙы уҡырға, сифаттарҙы табырға.

Малайҙар ут тирəһендə ултыра. Уларҙың беренсеһенə, барыһынан да

олорағы Федяға, һеҙ ун дүрт йəш бирер инегеҙ. Ул зифа буйлы, матур, нəфис

һəм вағыраҡ һипкелле битле, аҡһыл бөҙрə сəсле, яҡты күҙле һəм ярым күңелле,

ярым оялсан хəлдə һəр ваҡыт йылмайып торған малай ине. Уның өҫтөндə һары

таҫма баҫҡан биҙəкле ситса күлдəк, зəңгəрһыу ҡайышына тараҡ ҡыҫтырып

ҡуйылған. Икенсе малайҙың, Павлушаның, сəстəре боларған, ҡара төҫтə,

күҙҙəре һоро, яңаҡ һөйəктəре киң, сығынҡы, бите аҡһыл, шаҙра, ауыҙы ҙур,

лəкин килешле, башы бик ҙур, кəүҙəһе тəпəшəк, йыуантыҡ, килешһеҙ, һөйлəп

тораһы ла юҡ!

И.Тургеневтан

Фəриҙə — матур иркə ҡыҙ. Ул яҡшы уҡый. Уның муйылдай ҡап-ҡара

толомо, матур йөҙөнөң уң бите уртаһында күкһел миңе бар. Көлгəндə, был миң

янында түп-түңəрəк матур уйым барлыҡҡа килə. Ҡыҙҙың оҙон толомдары —

əсəһенə, ҡара күмер ҡашы, ҡара күҙҙəре атаһына оҡшаған.

Й.Солтанов

10. Йомаҡтарҙы уҡырға, тəржемə итергə, яуаптарын табырға:

1. Бүре күрмəһен өсөн,

Үҙгəртə ала төҫөн.

Йəйен — һоро, ҡышын — аҡ,

Үҙе ҡурҡаҡ, үҙе һаҡ.

2. Сымырҙап китте арҡам —

Алдымда тере арҡан!

3. Йөнө йомшаҡ,

Үҙе ҡурҡаҡ.

4. Орлоғо ҡара, ере аҡ,

Ҡул менəн сəсəлəр,

Күҙ менəн йыялар.

5. Аҡ ашъяулыҡ таптым,

Ер өҫтөнə яптым.

Һан

1. Түбəндəге һандарҙы уҡырға:

а) 3, 17, 56, 74, 81, 2437, 5560, 18830; 11, 17;

б) 5, 11, 73, 90, 356, 7410, 43258, 8186; 2,03;

в) 10, 25, 38, 101, 293, 660, 5632, 10794; 1, 01;

г) 4, 19, 52, 65, 87,478, 1428, 7886, 21640; 1,007;

д) 1, 5, 11, 30, 100, 117, 180, 1014, 2589; 1,5.

2. Түбəндəге һандарҙың бөтə төркөмсəлəрен дə барлыҡҡа килтерергə:

3, 4, 6, 7, 8, 10, 20, 50, 90, 100, 1000.

3. Мəҡəлдəрҙе уҡырға, тəржемə итергə, һандарҙы табырға:

Ике уйла, бер һөйлə. Ике ҡуян артынан ҡыуған берҙəн дə ҡоро ҡалған.

Ҡыш көнө ете елəн кейгəнсе, бер тун кей. Егет кешегə етмеш төрлө һөнəр ҙə

аҙ. Һигеҙ төрлө уйлаһаң да, бер һүҙле бул. Елəк берəмлəп йыйыла. Ир аҡылы

— бер алтын, ил аҡылы — мең алтын. Батыр бер үлə, ҡурҡаҡ ҡырҡ үлə. Бер

сəскə яланды матурламай. Биште эшлəгəнсе, берҙе еренə еткер. Егəрленең

ҡулы етəү. Ете ҡат үлсə, бер ҡат киҫ. Алтмыш аҙым алға атла, алты тапҡыр

артыңа ҡара. Берəүҙəн икəү яҡшы, икəүҙəн өсəү яҡшы.

4. Түбəндəге һандарҙың төркөмсəлəрен билдəлəргə:

Етмеш, икенсе, туғыҙлаған, алтмышлы, меңəр, дүртəү, туғыҙ самаһы,

биш-алты, өс бөтөн ундан дүрт, мең, етмешенсе, йөҙəр, бишле, алтау, утыҙ-

ҡырҡ, унлап.

5. Текстарҙы уҡырға, һандарҙы табырға, төркөмсəлəрен билдəлəргə.

Өфө ҡалаһы

Өфө ҡалаһына 425 йыл. Ҡала өс йылға — Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим

буйында ултыра. Элек Өфөнө башҡорттар Имəн ҡала тип тə йөрөткəндəр.

Өфөлə музейҙар күп, алты театр эшлəй, унлап вуз бар, техникумдар,

училищелар бик күп. Ағиҙел ярының иң бейек урынына Салауат һəйкəле

ҡуйылған. Дуҫлыҡ монументы бар. Ҡала һаман матурлана, үҫə.

Һөт эсегеҙ!

Һөт кеше өсөн бик тə файҙалы. Уның составында йөҙҙəн ашыу һəр

төрлө матдə, мəҫəлəн, минераль тоҙҙар, витаминдар, ферменттар бар. Шуға ла

бер литр һөттөң файҙаһы 500 грамм һыйыр итенə, 3 килограмм кəбеҫтəгə, 3-4

килограмм томат йəки ҡыярға тиңлəшə.

Һөт составында булған кальций, кобальт, баҡыр һəм тимер кеше

ҡанындағы гемоглобинды арттыра.

Һөттө кеше организмы еңел үҙлəштерə.

Башҡортостан календарынан

Шимпанзе

Ул Үҙəк Африканың урмандарында һəм урманлы далаларында йəшəй.

Улар 30-лап башлы төркөмдəргə бүленə. Шимпанзе маймылдар араһында иң

аҡыллыһы һанала. Уның буйы — 1,6 метр, аяҡтары көслө, мускуллы. Көндөҙ

емеш, сəтлəүек эҙлəп үҙ территорияһында йөрөй, ə төнөн япраҡтарҙан һəм

ботаҡтарҙан эшлəгəн ояһында йоҡлай.

“Йəншишмə” газетаһынан

6. Көлəмəсте уҡырға, һандарҙы табырға.

Класта математика дəресе бара. Уҡытыусы балаларға төрлө мəсьəлəлəр

əйтə:

— Биш ҡыярға өс помидорҙы ҡушһаң, нисə килеп сыға?

Шунда Зиннəт:

— Салат килеп сыға! — тип яуап бирҙе.

7. Түбəндəге миҫалдарҙы уҡырға:

327 + 126 = 453

1050 - 270 = 780

100 : 5 = 20

25 х 5 = 125

8. Һөйлəмдəрҙе уҡырға, һандарҙы табырға, төркөмсəлəрен билдəлəргə:

Башҡорт халҡының яратҡан ике əйбере бар: уның береһе — ҡымыҙ,

икенсеһе — сəй. Бер ҡəбилə ҡояшҡа, айға, йондоҙҙарға табынған; икенсеһе —

хайуандарға. Етешəр көн, етешəр төн осоп бара торғас, улар етенсе диңгеҙ

янына барып төшкəндəр. Башҡортостанда алты йөҙҙəн артыҡ йылға бар.

Дошмандың алтмышар, йөҙəр самолеты ағылды. Аҡсаларҙың унлығы берəү

генə, өс бишлек бар, өслөктəр күберəк, иң күбе берлек. Донъя дүрт көс менəн

йəшəй: беренсеһе — ер, икенсеһе — һыу, өсөнсөһө — һауа, дүртенсеһе — ут.

Берəүҙəр ағас йыға, икенселəр уҡыта, өсөнсөлəр иген үҫтерə. Беҙҙең

республикала 1600-лəп үҫемлек бар, шуларҙың EEл320 төрлөһө шифалы. Тəүге

һарай — алтындан, икенсеһе — көмөштəн, өсөнсөһө — баҡырҙан, ти. Өйөндə

йөҙлəгəн минерал бар. Күлдəге лə, күрəһең, берəү генə. Өс-дүрт ат һатып

алырға булдылар. Бер экзаменды икешəр-өсəр тапҡыр тапшырған саҡтар

булды. Йөҙəрлəгəн күҙ Закирға төбəлгəйне. Сəғəт ундарға машина килеп етте.

Ул бишлектəрен, унлыҡтарын һуҙҙы.

Алмаш

1. Һөйлəмдəрҙе тəржемə итергə, алмаштарҙы табырға,

төркөмсəлəрен билдəлəргə:

Мин — Башҡорт дəүлəт университеты студенты.

Беҙ — йəштəр.

Был йорт беҙҙеке.

Кем был һорауға яуап бирə?

Азат ҡайҙа уҡый?

Был турала һəр кем белə.

Үҙем барам.

Кемдер килде.

Нимəлер булған, ахыры.

Ул əллə ҡасан ҡайтып китте инде.

Бер нимə лə булманы.

Əмир байрамға əҙерлəнə, ул лозунгылар яҙа.

Əмир һəйбəт шиғырҙар ятлаған, ундай шиғырҙарҙы тыңлауы күңелле.

Һəр кешенең дуҫы була.

Кем эшлəмəй, шул ашамай.

Урамда һис кем юҡ, тыныс булып ҡалған.

Ана ҡояш ниндəй алыҫ, лəкин ул минеке.

Ни сəсһəң, шуны урырһың.

Һəр ялтырауыҡ алтын булмай.

2. Тексты уҡырға, тəржемə итергə, алмаштарҙы табырға,

төркөмсəлəрен билдəлəргə.

Ауыр ҡапҡаның сере

Эдиссондың таныштары оҙаҡ ваҡыт бер нəмəгə ғəжəплəнеп йөрөгəндəр.

Уның баҡса ҡапҡаһы ниңə шул тиклем ауыр асыла? Уларҙың береһе хужанан

был хаҡта һорарға булған.

— Һеҙҙең кеүек ғалим бынан яҡшыраҡ ҡапҡа яһай алыр ине, — тигəн.

— Былай ҙа һəйбəт яһалған ул, — тип яуап биргəн Эдиссон. — Ул

өйҙəге һыу үткəргестең насосы менəн беркетелгəн. Ҡапҡаны асҡан һəр кем

цистернаға егерме литр һыу тултыра (“Аманат” журналынан).

3. Өҙөктəрҙе уҡырға, тəржемə итергə, алмаштарҙы табырға.

Һəр кемдең

Үҙ теле, үҙ йөҙө, үҙ төҫө...

Бер йыр — аҙ, бер моң — аҙ, бер тел — аҙ,

Йөҙ телдə һөйлəшеп үҫ, кеше!

Х.Туфан

Мин һине, илем,

Бирмəм һис кемгə.

Һинһеҙ тормош юҡ,

Йəшəү юҡ беҙгə.

М.Хəй

Ватан ул, ҡыҙым, Тыуған ил,

Бына һин торған урын.

Был ерҙə ғүмер кисергəн

Ата-бабайҙар борон.

Р.Ниғмəти

са..ле гБеҙҙең баҡса ҙур түгел,

Ҙур булмаһа ла — матур.

Унда үҫə елəк-емеш,

Ҡыяр, кишер, помидор.

З.Шəйхетдинова

Ниндəй күңелле

Хəреф белеүе!

Шул хəрефтəрҙəн

Һүҙҙəр теҙеүе!

Ҡылым

1. Түбəндəге ҡылымдарҙың заманын билдəлəргə:

барҙы, барған, барыр, ҡайтты, ҡайтҡан, ҡайтыр, килде, килгəн, килер,

уҡыр, йүгерҙе, һөрə, эшлəне, килə, оҙата, өйрəтте, уҡый, оҙатты, уҡыны,

йүгерə, һөрҙө, йүгерер, өйрəтə, һөрөр, бара, эшлəр, килде, оҙатыр, барҙы,

эшлəй, килер, өйрəтер.

2. Түбəндəге ҡылымдарҙың заман формаларын яһарға:

а) тор, төр, бар, кил; б) яҙ, ҡой, көт, ин; в) уҡы, ҡор, төҙө, кит; г) ышан,

кей, ярат, матурла.

3. Һөйлəмдəрҙе уҡырға, тəржемə итергə, хəбəр һөйкəлеше

ҡылымдарын табырға, заманын билдəлəргə:

Аҡ торбанан да ҡара төтөн сыға. Ҡара тауыҡ та аҡ йомортҡа һала. Бер һүҙ

меңде үлтерə. Оҙаҡламай көтөү ҡайтасаҡ. Ҡалған эшкə ҡар яуыр. Ҡарттың бик

шəп бер аты булған. Ул иплəп кенə өйҙəн сыҡты. Ауылда дүрт юл ҡушыла.

Лилиə кисə елəккə барҙы. Сания апай улына хат яҙған.

4. Һөйлəмдəрҙе уҡырға, бойороҡ һөйкəлеше ҡылымдарын табырға,

затын, һанын билдəлəргə:

Ҡайғыр ҙа һин, ҡыуана ла бел. Кəрзинкə үрһендəр, балыҡ тотһондар.

Яңы сорт иртə һəм тигеҙ өлгөрһөн. Эшлə, һора, бел, өйрəн. Ғүмерегеҙҙең иң

күңелле мəлдəре хаҡында уйларға тырышығыҙ. Күп бел, аҙ һөйлə. Тимерҙе

ҡыҙыуында һуҡ.

5. Һөйлəмдəрҙе уҡырға, шарт һөйкəлеше ҡылымдарын табырға, затын,

һанын билдəлəргə:

Дуҫың булһа, һаҡла. Саҡырһалар, барырбыҙ. Ҡанаттарым булһа, осор

инем. Үҙебеҙҙе яҡлай алмаһаҡ, беҙ ниндəй халыҡ! Кешене белгең килһə,

ҡылығына ҡара; баланы белгең килһə, уйынына ҡара. Батыр үҙе үлһə лə, даны

үлмəй. Ат ысҡынһа, тотоп була; һүҙ ысҡынһа, тотоп булмай.

Гөл булһам, үҫер инем,

Ел булһам, иҫер инем.

Алма булһам, алдарыңа

Өҙөлөп төшөр инем.

Р.Ханнанов

6. Һөйлəмдəрҙе уҡырға, телəк һөйкəлеше ҡылымдарын табырға, затын,

һанын билдəлəргə:

Əсəйемə матур-матур һүҙҙəр əйткем килə. Уның ғəфү үтенгеһе килде.

Үҙ күҙҙəрем менəн күргем килде. Ситкə китеп яңыса уҡығыһы килде. Арып

бөттөлəр, ашағылары килде. Əҙəмсə ял иткебеҙ килə. Һинең киноға барғың

килəме? Һеҙҙең ҡайтҡығыҙ килə, ахыры.

7. Һөйлəмдəрҙə сифат ҡылымдарҙы табырға, заманын күрһəтергə:

Йөрəктəн сыҡҡан һүҙ йөрəккə етə. Аҡыл менəн йəшəүсенең минуты ла

ҡəҙерле. Алаһы нəмə алтын булып күренə. Үлер ваҡыты етһə, себендең мороно

үткерлəнер. Йығылған ағасҡа балта менəн сабыусы күп була. Ҡайтыусылар ҙа,

ҡаршылаусылар ҙа күп. Күргəндəр — күрмəмешкə, ишеткəндəр —

ишетмəмешкə, белгəндəр — белмəмешкə һалышты. Йырланмаған йыр,

һөйлəнмəгəн көлəмəс ҡалманы. Ирҙəр ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҡлаусы булырға

тейеш. Атҡан уҡ кире ҡайтмаҫ. Буласаҡ туй өсөн алдан бейей башлама. Үткəн

ғүмер — аҡҡан һыу. Ҡалған эшкə ҡар яуа. Йөрөгəн таш шымара.

8. Хəл ҡылымдарҙы табырға:

Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын. Үҙегеҙ телəгəнсə эшлəгеҙ.

Ҡатын-ҡыҙ ҡымыҙ яһап, киндер һуғып өйҙə йəшəй. Азат туйғансы йоҡлай,

телəгəнсə ашай-эсə. Йыуынғас, кешегə оҡшап ҡалды. Хəлдəренəн килгəнсə

ҡəҙер-хөрмəт иттелəр. Бутҡаһын бешергəс, майын йəллəмə. Йырлай-йырлай

елəк йыйҙылар.

9. Уртаҡ ҡылымдарҙы табырға:

Уҡырға, уҡырға һəм уҡырға! Аҡрынлап бесəн сабырға, утын ярырға

өйрəндем. Һалдаттар землянкалар ҡаҙырға, ҡорал таҙартырға тотондо. Урманға

ялан аяҡ барырға ярамай. Һөрөргə, сəсергə, бесəн сабырға, ураҡ урырға, ашлыҡ

һуғырға көс кəрəк. Бөгөн һуңламаҫҡа!

10. Исем ҡылымдарҙы табырға:

Көлөү — кешенең оптимизмын раҫлаусы көс. Ишетеүҙəн күреү яҡшы.

Урманда һаҡ йөрөү яҡшыраҡ. Лилиə сигеү, тегеү, бəйлəү өсөн дə ваҡыт таба.

Тəбиғəтте һаҡлау — үҙ-үҙеңде яҡлау ул.

Рəүеш

1. Рəүештəрҙе төркөмсəлəргə бүлеп яҙырға:

һыбай, игенлəтə, йəйəү, берəмлəп, айыуҙай, төлкөлəй, былтыр, терелəй,

аяғөҫтө, быйыл, кисə, бөгөн, хəҙер, иртəн, яланбаш, уттай, кинəт, əкрен,

аҡсалата, яртылаш, боҙҙай, ҡапыл, яй, йəштəрсə.

2. Һөйлəмдəрҙе тəржемə итергə, рəүештəрҙе табырға, төркөмсəлəрен

билдəлəргə:

Урамда тып-тын.

Иртəнсəк дəрес.

Ул япа-яңғыҙ йəшəй.

Икəүлəп тирлəп-бешеп сəй эстелəр.

Азат кисен генə ҡайтты.

Уңда — йылға, һулда — баҫыу.

Алыҫта трактор күренə.

Бында бигерəк күңелле.

Бейектə самолет оса.

Аҙ һөйлə, күп тыңла.

Ғəли тиҙ яҙа, шəп уҡый.

Бөгөн экскурсияға барабыҙ.

Майҙан шып-шым булып ҡалды.

Ул əкрен генə эре-эре атланы.

Күп белһəң, тиҙ ҡартайырһың.

3. Йəйə эсендəге рəүештəрҙе сағыштырыу дəрəжəһенə ҡуйырға:

(Иғтибарлы) тыңлаһаң, дəресте (тиҙ) үҙлəштерерһең. (Яҡшы) уҡыһаң,

(юғары) баһа алырһың. (Яҡшы) эшлəһəң, (күп) алырһың. (Тиҙ) атлаһаң, (алыҫ)

китерһең.

4. Түбəндəге рəүештəрҙең сағыштырыу һəм артыҡлыҡ дəрəжəлəрен

барлыҡҡа килтерегеҙ:

тиҙ, ҡапыл, юғары, яҡын, түбəн, аҙ.

5. Йомаҡтарҙы уҡырға, тəржемə итергə, рəүештəрҙе табырға.

а) Йəйен — урманда батша,

Ҡышын — ҡарҙан да аҫта.

б) Яҙын кейенə, көҙөн сисенə.

в) Көндөҙ йоҡлай, төнөн илай.

г) Күҙгə күренмəй,

Бик шəп йүгерə,

Һүндерһəң — һүнə,

Яндырһаң — яна,

Тотонһаң — үлтерə.

д) Кер йыуғанды тора көтөп,

Яңылыш тейһəң — ала өтөп.

Бəйлəүес

1. Күсереп яҙырға, тəржемə итергə, бəйлəүестəрҙең аҫтына һыҙырға:

Китап өсөн ҙур рəхмəт.

Төштəн һуң дəрес булмай.

Университет ҡаршыһында ашхана бар.

Ямғырҙан һуң көн матурланды.

Азат менəн театрға барабыҙ.

Көн һайын ҡар яуа.

Юл урман аша үтə.

Күршең менəн татыу бул.

Мин йылға арҡыры йөҙөп сыҡтым.

Егет үҙе өсөн тыуа, иле өсөн үлə.

Яҙға табан гөрлəүектəр ҡуҙғала.

Яңы тимер юл беҙҙең район аша үтəсəк.

Боҙ кеүек һалҡын, ҡурғаш һымаҡ ауыр.

Йылға өҫтөнə томан төшкəн.

Өй янында муйыл үҫə.

Мəктəп алдында майҙан бар.

Ҡурсаҡ өйө һымаҡ йыйнаҡ йорт.

Ҡапҡан һайын ҡалъя элəкмəй.

Башҡорт келəмдəре йəйғор төҫлө!

Ҡарт кеше менəн шаярырға ярамай.

Йөҙө ҡағыҙ һымаҡ ағарҙы.

Ул əсə кеүек берҙəн-бер һəм ғəзиз.

Йəштəр менəн ярышыу мөмкин түгел.

Беҙ өс көн буйы бесəн сабырға йөрөнөк.

Аҙна əүҙем эш өсөн файҙалы.

Ҡарҙар беҙгə йомшаҡ мамыҡ шикелле.

Ағас емеше менəн матур.

2. Күп нөктəлəр урынына тейешле бəйлəүестəрҙе ҡуйырға:

Хəҙер ерҙе трактор ... һөрəлəр. Азатты тырышып уҡығаны ... яратабыҙ.

Был пароход Санкт-Петербургҡа ... бара. Йылға урман ... аға. Кискə ... ваҡыт

бар.

3. Шиғырҙарҙы уҡырға, тəржемə итергə, бəйлəүестəрҙе табырға:

Ҡарағай ҙа үҫер йəм өсөн,

Бал ҡорттары осор бал өсөн.

Яман ирҙəр үлер мал өсөн,

Яҡшы ирҙəр үлер дан өсөн!

Вышкалар, вышкалар бында,

Вышкалар урман кеүек.

Əсəй берəү булған һымаҡ,

Ватан да берəү була.

В.Йəнбəков

Үҙе уҡый белмəһə лə,

Ғүмер буйы яҙыша.

Йомаҡ

Ҡулланған һайын

Ҡыҫҡара бара;

Ҡыҫҡарған һайын

Оҫтара бара.

Йомаҡ

Теркəүес

1. Һөйлəмдəрҙе уҡырға, тəржемə итергə, теркəүестəрҙе табырға:

Тағы Сөлəймəновтың исеме телдəн төшмəне, тағы уның тураһында

гəзиттəрҙə яҙҙылар.

Бейеүҙə халыҡтың ҡыйыулығы, сослоғо, саялығы, шул уҡ ваҡытта

шаянлығы ла сағылырға тейеш.

Тупраҡ яратыусылар конторала ултырмайҙар, ə баҫыуҙа иген, йəшелсə-

емеш үҫтерə.

Ҡарап тороуға бына тигəн, ут кеүек егетһең, ə шулай ҙа йүнле эш

күрһəтə алмайһың.

Азат яуап бирергə ашыҡманы, берсə ҡыҙыҡайға, берсə дуҫына ҡараны.

Балалар йə ҡоймаҡ, йə ҡыҫтыбый, йə май күмəсе алып килə сəй янына.

Туйҙы йəки бер-ике көндəн үткəрергə йəки оҙаҡ ваҡытҡа кисектереп

торорға кəрəк буласаҡ.

Биш-алты йəшлек был малай рəтлəп ни башҡортса, ни русса һөйлəшə

белмəй.

Башҡортостанда Европала, Себерҙə үҫə торған, хатта Урта Азия

сүллектəрен үҙ иткəн үҫемлектəрҙең төрҙəрен дə осратырға мөмкин.

2. Текстарҙы уҡырға, тəржемə  ҡитергə, теркəүестəрҙе табырға.

Һарымһаҡты нисек һаҡларға?

Һəр хужабикə белə: һарымһаҡты һаҡлауы ауыр. Ул йə серей, йə кибə.

Шулай ҙа ышаныслы бер ысул бар. Бүлгелəп, ҡабығын əрсегеҙ. Ҡоро банкаға

һалып, өҫтөнə рафинирлаған үҫемлек майы (көнбағыш, кукуруз һ.б. майҙар)

ҡойоп, ҡапҡасын ябығыҙ ҙа һыуытҡысҡа ултыртығыҙ. Ул тəмен юғалтмай,

йомшармай бер нисə йыл ултырырға мөмкин. Ə һарымһаҡ тəме һеңгəн май

салат яһағанда һəйбəт.

Бəшмəксегə

Бəшмəкте ямғыр яуып үткəс тə йыймағыҙ, бындай бəшмəк тиҙ боҙола.

Киптерергə телəгəн бəшмəкте йыумағыҙ, сөнки ул тəмһеҙлəнə һəм

оҙағыраҡ кибə. Бəшмəкте киптерер өсөн, епкə теҙеп, елһеҙ урынға элəлəр.

Шампиньон бəшмəген таҙартҡас, бешерер йəки ҡыҙҙырыр алдынан

тоҙло һыуға һалып торһағыҙ, ул ҡараймаҫ. Ҡыҙҙырғанда иһə əҙ генə лимон

кислотаһы йəки һеркə һалһаң, ул тəмлерəк була.

Бəшмəкте ҡыҙҙырғанда, күп кенə һыуы сыға. Лəкин уны табанан алырға

һəм түгергə ярамай, сөнки һыуы алынған бəшмəк насар бешə, тəмһеҙ була.

Киптерелгəн бəшмəкте тиҙ генə ҡайнар һыу менəн йыуып бешеклəп

алырға, һуңынан һалҡын һыуҙа тағы бер ҡат йыуғас, бер аҙ ебетергə һəм шул

уҡ һыуында бешерергə ҡуйырға кəрəк.

Тоҙлау өсөн уҫаҡ бəшмəге, аҡ бəшмəк, майлы бəшмəк, гөрөздə алына.

Киптереү өсөн аҡ бəшмəк, уҫаҡ бəшмəге, ҡайын бəшмəге яҡшы. Һурпалы

аштар өсөн аҡ бəшмəк, уҫаҡ бəшмəге, майлы бəшмəк, шампиньон һəйбəт.

Ҡыҙҙырыу өсөн аҡ бəшмəк, шампиньон, уҫаҡ бəшмəге, ҡайын бəшмəге, майлы

бəшмəк ҡулай һанала.

Һəр бəшмəктең үҙенə генə хас тəме була. Шуға күрə уларҙың һəр төрөн

айырым тоҙларға кəрəк. Бəшмəктəр боҙолмаһын өсөн өҫтөнə бер аҙ үҫемлек

майы һалалар.

Киҫəксə

1. Һөйлəмдəрҙе уҡырға, тəржемə итергə, киҫəксəлəрҙе табырға:

Матур урын икəн дə баһа.

Аҡсаң булмаһа ла, выжданың булһын.

Аштан ҡалһаң да, эштəн ҡалма.

Күбəлəк яй ғына осоп йөрөй.

Тиҙ генə кире китə.

Иң ауыр ҡылысыңды бир.

Аты ла бик етеҙ.

Был дөрөҫмө?

Əйтсе, ниңə тағы һуңланың?

Əсəйең өйҙəме?

Бөкрөнө ҡəбер генə төҙəтə.

2. Шиғырҙы уҡырға, тəржемə

итергə, киҫəксəлəрҙе табырға:

Аҡ себеш

Себешкəйем аҡ ҡына,

Аҙымдары ваҡ ҡына.

Йүгерер ҙə, осор ҙа,

Үҫһен əле саҡ ҡына.

Ҡ.Даян

Мөнəсəбəт һүҙ

1. Һөйлəмдəрҙə мөнəсəбəт һүҙҙəрҙе табырға:

Нурия, əлбиттə, хат көтə.

Моғайын, ял итəлəрҙер.

Бəлки, ул алдашалыр.

Тимəк, ул һуңланы.

Имеш, ул ҙур начальник.

Ысынлап та, юл бик яҡшы.

Ул бөгөн ҡайтырға тейеш.

Китап уҡырға кəрəк.

Ул кисə ҡайтты, ахыры.

Дөрөҫ, ул бишле алды.

Эйе, мин бөгөн театрға барам.

Юҡ, мин был китапты уҡыманым.

Яуап дөрөҫ түгел.

Бөгөн һин бар, иртəгə юҡ.

Һис шикһеҙ, һөйлə был турала.

Эйе, уның бəхете бар.

Рəхим ит, ҡунаҡ булырһың.

2. Мəҡəл һəм йомаҡтарҙы уҡырға, мөнəсəбəт һүҙҙəрҙе табырға:

Ямауы бар, йөйө юҡ, ҡалаһы бар, өйө юҡ. Үҙе үҫемлек, унан да моңло

нəмə юҡ. Был донъяның кеме юҡ. Сибəр сибəр түгел, һөйгəн сибəр. Сыҡмаған

йəндə өмөт бар. Ағас түгел — япраҡлы, тун түгел — тегелгəн.

3. Текста мөнəсəбəт һүҙҙəрҙе табырға.

Батырлыҡ ҡына етмəй

Бөтə йыртҡыстар ҙа һиҙгер булалар. Ҡораллы кешене ҡоралһыҙҙан бик

тиҙ айыралар. Ҡоралың юҡ икəн, тимəк, ҡурҡҡаныңды һиҙҙермəҫкə кəрəк.

Хəнйəрҙəн башҡа ҡоралың булмағанда, айыуға табан бер-ике аҙым

атларға кəрəк. Был саҡта ул кешенең батырлығын күрə. Ҡурҡаҡ кешенең

артынан бəлə эйəреп кенə йөрөй ул. Ҡурҡаҡ кеше ҡулында мылтыҡ та ҡорал

түгел.

Ысынлап та, донъяла батырлыҡҡа ни етə. Ҡыйыу булһаң, һинəн бөтə

йыртҡыстар ҙа ҡурҡыр. Урманда, тауҙар араһында һин уларға хужа кеүек

йөрөһəң, улар һиңə күренмəҫкə тырышырҙар.

Һунарсыға батырлыҡ ҡына түгел, сыҙамлылыҡ, сабырлыҡ, түҙемлелек

кеүек сифаттар ҙа кəрəк, билдəле. Ҡайһы саҡта көнө буйы йөрөргə мөмкин, ə

буш ҡул менəн ҡайтып китəһең. Шуның өсөн һунарсы бөтəһенə лə күнегергə

тейеш. Йəнлектəр бит һине эҙлəп йөрөмəйҙəр. Улар артынан күп йөрөргə, оҙаҡ

эҙлəргə кəрəк.

Ымлыҡ

1. Һөйлəмдəрҙə ымлыҡтарҙы табырға, мəғəнəлəрен аңлатырға:

Ай-һай, ҡымыҙың шəп!

Əй, бар ине заманалар!

Əһə, күрһəтермен əле мин һиңə!

Уф, ҡурҡыттың...

Эй, тағы һуңланыҡ.

Их, тағы ямғыр яуа.

Ура! Белдем, белдем!

Бəй, ниңə илап ултыраһың?

Аһ-аһ! Ул ни тигəн һүҙ тағы?

Уф! Йөрəгем! Уф! Башым!

Һай, йүлəр!

Уй, Иштуған һəлəк булды!

Абау, ҡот осҡос!

Эх, көндөң матурлығы!

Сеү! Ҡысҡырма!

Ай, ҡыҙма əле!

2. Өҙөктө уҡырға, ымлыҡтарҙы табырға.

Зөлҡəрнəй. Ер шарын əйлəнеүенəн туҡтатып торайыммы, Шифабикə

инəй?

Шифабикə. Ай, рəхмəт яуғыры. Бесəнде тейəп тə килдеңме?

Зөлҡəрнəй. Шифабикə инəй, менеп ултыр, үҙем тартып алып ҡайтам. Ə

юлда “үтəһең дə ғүмер, ай, үтəһең...” тип йырларһың.

Шифабикə. Түбəн табан бит, əкренлəп үҙем ҡайтып етермен əле.

Зөлҡəрнəй. Шифабикə инəй, егет ике һөйлəмəҫ.

Шифабикə. Һи-һи-һи... Улайһа... (Бесəн өҫтөнə менеп ултыра).

Зөлҡəрнəй. Тотоноп ултыр, өсөнсө скорость менəн елдерəсəкмен. Осоп

барып төшмə. На-а-а! (Кемделер күрə). Килə... Бында килə! (Тəртəне ергə ҡуя,

əбей осоп килеп төшə).

Шифабикə. Ай, харап иттең, билемде һындырҙың...

Зөлҡəрнəй. Һынманы, һынманы, Шифабикə инəй, бөтə ерең дə иҫəн-

һау.

Шифабикə (уҡынып, төкөрөнөп). Тфү, тфү... Зəхмəт ҡағылмаһын тағы.

Зөлҡəрнəй. Түбəн табан ауыр булмаҫ, үҙ яйыңа ғына ҡайтып етерһең,

Шифабикə инəй.

Шифабикə. Етермен, етермен. (Арбаны алып). Ай, билем тəки ҡуҙғалды,

ахырыһы.

Зөлҡəрнəй. Ярай, һин былай ғына атлай тор, бесəнде үҙем алып

ҡайтырмын.

Шифабикə. Ай, рəхмəт, ике донъяның рəхəтен күргере (Сыға).

Зөлҡəрнəй (сикһеҙ шат). Һүҙендə торған... Уф... (Күкрəген тотоп).

Емереп сыға инде...

И.Абдуллиндан

Оҡшатыу һүҙҙəре

1. Һөйлəмдəрҙе тəржемə итергə, оҡшатыу һүҙҙəрен табырға:

Тəҙрə ҡапҡасы шап-шоп килə.

Торна “ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ” тип ҡысҡырҙы.

Йөрəгем леп-леп тибə.

Күлдə тəлмəрйендəр баҡ-баҡ тип ҡысҡыра.

Шишмəлəр сылтыр-сылтыр ағалар.

Ялт-йолт килеп йəшен йəшнəне, ямғыр яуа башланы.

2. Шиғырҙарҙы уҡырға, тəржемə итергə, оҡшатыу һүҙҙəрен табырға.

Бəпкəлəр

Бəпкəлəр сыҡҡан! Бəпкəлəр!

Ҡа-ҡа-ҡа! Ура! Ура!

Ата ҡаҙ ҡыуанысынан

Тып итеп бейеп тора.

Ф.Рəхимғолова

Себештəр

Себештəр: “Сип-сип, — тиҙəр, —

Асыҡтыҡ бик-бик”, — тиҙəр.

Туҡтауһыҙ: “Сип-сип, — тиҙəр, —

Беҙгə ем һип-һип”, — тиҙəр.

Г.Юнысова

Тып-тып

Иҙəн буйлап атлай улар:

Тып-тып, тып-тып, тып та тып.

Асфальттан да йүгерəлəр:

Тып-тып, тып-тып, тып та тып.

Ынйыҡайҙың аяғында

Ике яңы сандали.

Сандалиҙар сығара бит,

“Тып-тып” тигəн яңы көй.

Г.Юнысова

Уяна иртүк,

Бар белгəне: “Кикрикүк!”

Р.Тимершин

Леп-леп оса күбəлəктəр,

Сут-сут һайрай ҡоштары,

Ал, ҡыҙыл, аҡ, һары сəскə менəн

Биҙəклəнгəн үлəн баштары.

М.Ғафури

3. Тексты уҡырға, тəржемə итергə, оҡшатыу һүҙҙəрен табырға.

Их, бигерəк йəмле был тирə! Ҡарайһың — ҡарап туя алмайһың...

Тыңлайһың — тыңлап туя алмайһың... Ағас ботаҡтарына ҡунған ҡоштар

сутылдаша: “Сут-сут-сут... Пи-пи-пи... Фит-фит-фит... Фю-фю-фю...” Кəкүк

саҡыра: “Кə-күүүк, кə-күүүк, кə-күүүк” Ана, тумыртҡа туҡ-туҡ килə...

Ер өҫтө байрамса биҙəлгəн. Ысыҡ тамсылары ем-ем килə. Сəскə еҫе

аңҡый. Иңкеш, бал ҡорто һəм башҡа бөжəктəр геүлəшə: “Беззз... Геүүү...

Жжж...”

 

Я.Хамматовтан

Скачать
Русса-башҡортса һүҙлек.pdf
Adobe Acrobat документ 328.8 KB
Скачать
Башҡортса-русса һүҙлек.pdf
Adobe Acrobat документ 364.0 KB