Өс алтын ҡурсаҡ

(һинд халыҡ əкиəте)

Бер батша, күрше ил халҡын һынап ҡарарға уйлап, шул илдең

солтанына өс алтын ҡурсаҡ ебəрə. Был ҡурсаҡтар бер төҫлө булалар.

Ауырлыҡтары, буй-һындары ла бер үк. Ə хаҡына килгəндə, береһе — мең һум,

икенсеһе — йөҙ, өсөнсөһө ун һум ғына икəн. Ниңə улай булыуы һис кенə лə

билдəле түгел, ти.

Солтан бүлəкте ала ла үҙенең ярандарына ҡурсаҡтарҙы ҡарарға,

уларҙың ниндəй ғиллəһе барлығын белергə ҡуша. Бөтə вəзирҙəр, ғалимдар һəм

бүтəн белгестəр ҡурсаҡтарҙы əйлəндереп-əйлəндереп ҡарайҙар. Лəкин бер кем

бер нəмə аңламай.

Ярандары белмəгəс, солтан ябай халыҡҡа һарайға инергə рөхсəт бирə.

Бер көндө һарай ҡапҡаһы төбөнə бер егет килə. Уны индерəлəр ҙə

ҡурсаҡтарҙы күрһəтəлəр. Егет уларҙы бик ентеклəп ҡарай. Ҡарай торғас, ул

ҡурсаҡтарҙың ҡолаҡ тишектəренə туҡтала. Ҡыл ала ла береһенең ҡолағына

тыға. Ҡылдың осо ҡурсаҡтың ауыҙынан барып сыға. Икенсе ҡурсаҡты ла ала,

ҡыл уның бер ҡолағынан икенсеһенə килеп сыға. Шунан өсөнсө ҡурсаҡты ала.

Ҡолағынан индерелгəн ҡыл уның йөрəгенə барып етə һəм шунда туҡтай.

Шунан егет солтанға былай ти:

— Был ҡурсаҡтар өс төрлө кешегə оҡшаш. Тəүге ҡурсаҡ — ни ишетһə,

шуны лығырлап йөрөй торған кеше. Бындай бəндəгə бер ҙə ышанып булмай.

Бының хаҡы арзан. Икенсе ҡурсаҡ бер ҡолағынан кергəн һүҙ икенсеһенəн

сығып китə торған кешегə тартым. Бындай бəндə һүҙҙе аңламай, кəңəште

тотмай, еңел аҡыллы була. Унан əллə ниндəй файҙа ла, ул тиклем зыян да юҡ.

Бының хаҡы уртаса йөрөй. Ə өсөнсө ҡурсаҡ — ни ишетһə лə, йөрəгенə һалып

ҡуя торған, сер һаҡлар кеше. Бының хаҡы бик ҡиммəт.

Солтан был егеттең зирəклегенə аптырай.

— Кем өйрəтте быға һине? — тип һорай.

— Олатайым, — ти егет.

— Кем ул олатайың? Ни эшлəй? Нисек донъя көтə? — тип һорай

солтан.

— Ул ҡырҡ йыл иген иккəн, ҡырҡ йыл көтөү көткəн, һикһəн йыл халыҡ

һүҙен тыңлаған, — тип яуап бирə егет.

— Һуң ул йөҙ алтмыш йыл йəшəгəнме ни?

— Юҡ, һикһəнде генə. Ул иген иккəндə лə, көтөү көткəндə лə ил

халҡынан фəһем алып йөрөгəн.

— Һуң, минең вəзирҙəрем халыҡтан фəһем алмаймы икəн ни?

— Улар халыҡты йə ат, йə фил өҫтөнəн генə күрəлəр бит, — тигəн

 

тапҡыр егет.

 

 

Ғəмһеҙ ҡарт менəн йылан

(ғəрəп халыҡ əкиəте)

Юлдан “өс аяҡлы” ҡарт бара. Тирə-яҡҡа ҡарана. Йырлап та ала. Таяғын

ергə тып-тып төртөп, атлай ҙа атлай. Ҡапыл ҡаршыһына йылан килеп сыҡҡан.

— Ҡотҡар мине, шəфҡəтле ҡарт. Иҫəн ҡалһам, мөгөҙөмдө һиңə бирəм.

— Нимəнəн ҡурҡаһың, мəхлүк?

— Мине үлтерергə килəлəр.

Аңра ҡарт оҙон еңен ергə һуҙған. Йылан, ең эсенə кереп, белəгенə

уралған. Шунда уҡ суҡмар, күҫəк тотҡан кешелəр килеп еткəндəр.

— Ошолай табан бер йылан тəңгəллəне. Күрмəнеңме, юлсы? — тип

һораған береһе.

— Ул мəхлүктə ни үсегеҙ бар?

— Улымды сағып үлтерҙе. Ҡайҙа китте шул яуыз?

— Бынау ҡыуаҡлыҡҡа кереп китте, шикелле.

Суҡмарлы кешелəр киткəс, ғəмһеҙ ҡарт еңен йəнə аҫҡа һуҙған.

— Сыҡ, мəхлүк. Ҡотолдоң. Юлыңда бул.

Йылан төшə башлаған. Кинəт йылан икəне уның иҫенə төшкəн дə

ҡарттың белəген саҡҡан. Ҡарт ергə ауған.

— Ни эшлəнең һин? Мин һине əжəлдəн ҡотҡарҙым, ə һин...

— Ə ниңə еңеңə кереттең?

— Ялбарҙың бит.

— Минең йылан икəнде ниңə оноттоң?

— Бик йыуаш күрендең бит.

— Булһа, булғандыр. Ул саҡ йылан икəнемде мин үҙем дə онотҡанмын.

 

Йылан бер яҡҡа шыуышҡан. Ҡарт юлсы туҙанда ятып үлгəн.

 

 

Ишəк менəн ат

Бер кешенең ишəге менəн аты булған. Бер ваҡыт улар юл буйлап

баралар. Ишəк атҡа əйтə икəн:

— Миңə ауыр, бының барыһын да илтеп еткерə алмам, бик аҙын ғына

булһа ла һин ал минəн.

Ат тыңламаған. Ишəк, көсəнеп күтəреүҙəн, йығылған да үлгəн. Хужа,

бөтə йөктө ишəктəн алып, ат өҫтөнə тейəгəн, өҫтəүенə, ишəктең тиреһен дə

һалған.

Ат, үрһəлəнеп, кешнəп ебəргəн:

— Ах, мин ниндəй бəхетһеҙмен, башыма ниндəй ҙур хəсрəт, ҡайғы

төштө. Ишəккə аҙ ғына ла ярҙам итергə телəмəнем, ə хəҙер бына барыһын да,

етмəһə, уның тиреһен дə бер үҙем күтəреп барам.

Л.Толстой

 

 

 

Төлкө менəн ҡыҫала

Бер заман төлкө менəн ҡыҫала һөйлəшеп тора икəн. Төлкө үҙенең

хəйлəкəрлегенə маһайып: “Əйҙə, йүгерешəбеҙ, кемебеҙ уҙыр икəн?” — тигəн.

“Əйҙə һуң, төлкө дуҫ, мин риза”, — тигəн ҡыҫала, иҫе китмəйенсə генə. Былар

ярыш асҡан. Төлкө йəн-фарман сабып киттем, тигəндə генə, ҡыҫала уның

ҡойроғона йəбешеп алған, ти. Билдəлəнгəн урынға əлһерəп килеп еткəс,

артына ҡарамаҡсы булып, төлкө ҡойроғон болғаған. Шул саҡ ҡыҫала ысҡынып

төшкəн дə: “Мин бында һине əллə ҡасандан бирле көтөп торам инде!” — тип

 

əйткəн, ти. Ғəжəплəнгəн төлкө телдəн яҙған хатта.__

 

 

Ике иптəш

Урман буйлап ике иптəш китеп бара икəн. Уларҙың алдына ҡапыл айыу

килеп сыҡҡан. Иптəштəрҙең береһе ағас башына менеп киткəн. Икенсеһе юл

уртаһында ҡалған. Ул ергə ятып, үлгəнгə һалышҡан.

Айыу уның янына килгəн. Битен, сəсен еҫкəп ҡараған, был үлгəн икəн

тип, кире киткəн.

Айыу киткəс, теге ағас башындағы кеше төшкəн дə көлөп һорай икəн:

— Йə, айыу һинең ҡолағыңа ни тине?

— Ҡурҡыныс килгəндə үҙенең иптəшен ташлап киткəн кеше — насар

кеше, тип əйтте миңə айыу, — тигəн икенсе иптəш.

Л.Толстойҙан

 

 

Иң көслөһө — кеше

Борон-борон заманда бер эт йəшəгəн, ти. Көнкүреше ауыр булған. Эт

үҙенə хужа эҙлəп киткəн. Йылға буйында уға бүре осраған. Эт:

— Бүре ағай, һин көслөһөң. Мине үҙеңə алсы! — тип үтенгəн.

Бара торғас, бүре шып туҡтаған:

— Əйҙə ҡасайыҡ, ана айыу килə, ул минəн көслөрəк, — тип сигенгəн.

Уның ҡурҡаҡ икəнен күреп, эт тəүҙə айыуға, унан арыҫланға китеп

ҡараған. Иң аҙаҡтан кеше эргəһенə килгəн.

— Кешенəн дə көслөһө юҡ! Мине үҙеңə алһаңсы! — тип ялынған ул.

Иң көслөһө кеше тип, эт уға һаман да хеҙмəт итə икəн.

Халыҡ əкиəтенəн

Бик борон заманда булған, ти, был хəл. Бер ярлы ғына кеше, утын

ҡырҡып йөрөгəндə балтаһын һыуға төшөрөп ебəргəн.

— Берҙəн-бер балтам ине! — тип илаған.

Шул саҡ һыу инəһе алтын балта алып сыҡҡан.

— Ошомо һинең балтаң? — тип һораған.

— Юҡ, был түгел, — тигəн ярлы.

Һыу инəһе көмөш балта сығарған.

— Юҡ, был да минеке түгел, — тигəн ярлы.

Һыу хужаһы уның үҙ балтаһын күрһəткəн.

— Ошо, ошо минең балтам! — тип үрелгəн теге кеше.

Һыу инəһе:

— Алдашмағаның өсөн һиңə балтаның өсөһөн дə бирəм, — тигəн

(Ғ.Ғүмəрҙəн).

 

 

Шалҡан

Бабай шалҡан сəскəйне. Шалҡан бик ҙур булып үҫте. Бабай шалҡанды

йолҡоп алмаҡсы булды: тарта-тарта, тарта-тарта, тартып сығара алманы, ти.

Бабай ярҙамға əбейҙе саҡырған. Əбей бабайға, бабай шалҡанға

тотонған. Эй тарталар-тарталар, эй тарталар-тарталар, тартып сығара алмайҙар,

ти, былар.

Əбей ярҙамға ейəнсəрен саҡырған. Ейəнсəр əбейгə, əбей бабайға, бабай

шалҡанға тотонған. Тарталар-тарталар, тарталар-тарталар, тартып сығара

алмайҙар.

Ейəнсəр ярҙамға Муйнаҡты саҡырған. Муйнаҡ ейəнсəргə, ейəнсəр

əбейгə, əбей бабайға, бабай шалҡанға тотонған. Тарталар-тарталар, тарталар-

тарталар, тартып сығара алмайҙар икəн.

Муйнаҡ Мыяубикəне саҡырған. Мыяубикə Муйнаҡҡа, Муйнаҡ

ейəнсəргə, ейəнсəр əбейгə, əбей бабайға, бабай шалҡанға тотонғандар ҙа, эй

тарталар, эй тарталар, тартып сығара алмайҙар, ти.

Мыяубикə сысҡанды саҡырған. Сысҡан Мыяубикəгə, Мыяубикə

Муйнаҡҡа, Муйнаҡ ейəнсəргə, ейəнсəр əбейгə, əбей бабайға, бабай шалҡанға

тотонған. Тарталар-тарталар, тарталар-тарталар, тарта торғас, көскə тартып

сығарғандар, ти.

 

 

Һуған ни өсөн əсе булған?

Борон-борон заманда булған, ти, бер матур ил. Ниндəй генə үҫемлектəр

үҫмəгəн унда!

Бик матур бер аҡланда ике дуҫ йəшəгəн, ти. Һуған малай менəн Аҡсəскə

ҡыҙ булған улар. Бик татыу булғандар улар. Йəйге йылы ямғыр ҙа шатлыҡ

килтергəн, ҡояш нурҙары ла шатлыҡ килтергəн дуҫтарға.

Көн артынан көн үткəн, һалҡын көҙ ҙə еткəн. Бер көндө Һуған күҙҙəрен

асһа, янында Аҡсəскə юҡ икəн. Баҡһаң, төндə һалҡын ҡырау төшкəн дə

Аҡсəскəнең таждарын һулытып ҡуйған. Иң яҡын дуҫын юғалтҡан Һуған

ҡайғыһынан илаған да илаған. Күҙҙəренəн əсе күҙ йəштəре аҡҡан.

Бына шуға күрə һуған əсе икəн ул.

“Йəншишмə” газетаһынан

 

 

Өйрəк ватылды

Булатты ауылға алып ҡайттылар. Иртə менəн өлəсəһе уға йылы, тəмле

һөт эсерҙе. Ҡабарып бешкəн күмəс телеме тотторҙо. Шуны ҡаймаҡ менəн

ашарға ҡушты. Сəй яһаны.

Тамағын туйҙырып алғас, Булат ихатаға сыҡты. Унда тауыҡтар ем

сүплəй ине. Ə ҡойроҡ-ҡаурыйҙары төрлө төҫкə мансылған əтəс, тирə-йүнде

яңғыратып, кикреклəй.

Шул саҡ кескəй малай ҡойма буйлап килгəн өйрəк балаларын шəйлəп

ҡалды. Йүгереп барҙы ла береһен элəктерҙе. Теге үҙе йомшаҡ, үҙе пипелдəй. Ə

ҡайҙа һуң бора торған асҡысы? Ергə ҡуйһаң, тегелəренə ҡарай ынтыла. Булат

уны ҡабаттан тота. Муйынын икенсе яҡҡа бороп ҡарай. Юҡ, бəпкə буйһонорға

телəмəй.

Оҙаҡ булашты Булат. Ниһəйəт, өйрəк балаһы өнһөҙ ҡалды. Ул башҡаса

йүгереп тə китмəне, пипелдəмəне лə.

Кескəй малай, өйрəк балаһын ҡулына алып, өйгə инде:

— Өлəсəй, өйрəк ватылды, — тип илап ебəрҙе.

— Йə хоҙай, бəпкəмде харап иткəнһең бит, балаҡайым. Эй шул ҡала,

балаларҙың башын тимер уйынсыҡтар менəн əйлəндереп бөтəлəр бит, — тип

əрнене өлəсəһе.

 

М.Ғилəж