Кəбеҫтə билмəне

Кəбеҫтəне ваҡ ҡына итеп турап, һуған ҡушып, майҙа ҡыҙҙырып алығыҙ.

Сей йомортҡа ҡушылған тоҙло һыуҙа ҡамыр баҫығыҙ ҙа, йəйеп, шаҡмаҡлап

киҫегеҙ. Һəр шаҡмаҡҡа ҡыҙҙырылған кəбеҫтə һалып, билмəн яһағыҙ. Кəбеҫтə

билмəнен ит һурпаһына һалып бешерəлəр. Аҡ май, ҡаймаҡ, соус һалып,

өҫтəлгə бирəлəр.

Ярты кило кəбеҫтəгə ярты кило он, 1-2 баш һуған, үҫемлек майы, сама

менəн тоҙ, борос, бер йомортҡа алына.

“Йəншишмə” газетаһынан

 

Ваҡ бəлеш

(башҡорт милли ашы)

Онға һөт, йомортҡа, май һəм тоҙ һалып, сөсө ҡамыр баҫырға ла уны 80-85

грамлыҡ өлөштəргə бүлеп йəйергə. Əҙер һимеҙ итте, картуфты һəм һуғанды

ваҡ шаҡмаҡтарға турарға, тоҙ, борос һибергə, лавр япрағы һалырға мөмкин.

Ҡамырҙың уртаһына 100-120 грамм эслекте өйөп һалырға. Ситтəрен йыйып,

түңəрəклəп, уртаһында бəлəкəй генə тишек ҡалдырып, бөрөп йəбештерергə.

Ҡамырҙан бөкө яһап, тишекте ҡаплап ҡуйырға. Бəлештəрҙе майлы табаға

һалырға һəм əленəн-əле өҫтəрендəге тишектəн һурпа ҡойоп, мейестə 40-45

минут бешерергə. Ваҡ бəлештəрҙе һурпа менəн бирəлəр.

“Йəшлек”тəн

 

Лағман

(үзбəк милли ашы)

Итте шаҡмаҡлап турап ҡыҙарғансы ҡыҙҙыралар. Шунан тəменə ҡарап тоҙ,

туҡмаслап туралған кишер, татлы борос, торма өҫтəп, йəнə 8-10 минут тирəһе

бешерəлəр. Аҙаҡ туралған картуф, һарымһаҡ, помидор һəм томат-пюре өҫтəлə.

Ҡыҙыл һəм ҡара борос ҡушып, һурпа ҡойоп, 30-40 минут талғын утта

быҡтыралар.

Сөсө ҡамыр баҫып, туҡмас киҫергə лə уны һыуҙа бешереп алырға.

Өҫтəлгə тəрəн һауыттарҙа өҫтөнə əҙерлəнгəн итле масса һалып бирелə.

“Йəшлек”тəн