Тел тураһында мəҡəлдəр

Əсə теле бер булыр.

Иле барҙың теле бар.

Һүҙ бер көнлөк, тел ғүмерлек.

Тел — əсəнең балаһына иң ҡəҙерле бүлəге.

Туған телен ҡəҙерлəгəн халыҡ ҡəҙерле булыр.

Əҙəп башы — тел.

Телдəн дə көслө нəмə юҡ. Тел ул ҡылыстан үткер. Бер һүҙ кешене

үлтерə икəн, икенсеһе терелтə ала. Тел йыуата ла, илата ла, уттарға ла һала.

Ғ.Хөсəйенов

***

Донъяла кешелəр төрлө телдə һөйлəшə. Əммə лингвистика аныҡлыҡты

өҫтөн күрə. Шуға күрə лингвистар ваҡыты-ваҡыты менəн нисə тел барлығын

һанай һəм мəғлүмəттəрҙе киң информация сараларында баҫып сығара. Əле Ер

йөҙөндə 5621 диалект һəм тел иҫəплəнə. Шуларҙың 500-ө генə һəйбəтлəп

өйрəнелгəн. Телдəрҙең өстəн ике өлөшөнөң үҙ яҙмаһы юҡ.

Əле донъяла 200-лəп тел киң таралған. Уларҙың һəр ҡайһыһының үҙ

яҙмаһы бар. Бөтəһе дүрт яҙма бар: латиница (70 илдə файҙаланыла), кириллица

(60 илдə), ғəрəп графикаһы (10 илдə), иероглифика (3 илдə).

Əсəкəйем — берҙəн-берем

Мин əсəмде күккə тиңлəр инем

Əсə һүҙе шундай яғымлы ул,

Иң изге һүҙ барлыҡ донъяла.

Ошо һүҙҙəн Тыуған ил башлана,

Телен аса тыуған һəр бала.

Мин əсəмде күккə тиңлəр инем,

Йөҙкəйҙəре уның — аяҙ күк.

Сəскəн 'E0р изгелеге сəскə булһа,

Ерҙе ҡаплар ине хəҙер үк.

Күңелдəре йыһан киңлегендəй,

Тауыштары — тауҙар шишмəһе.

Əсə мөхəббəте — төпһөҙ диңгеҙ,

Тамсыһы ла уның кипмəһен.

Мин əсəмде айға тиңлəр инем,

Ҡараштары уның — көмөш ай.

Ай яҡтыһы менəн бəхет һорап,

Мине көткəн əсəм йоҡламай.

Һағынып та ҡайтып был күреүем,

Бар күңелдəн тəбрик итеүем,

Һинең өсөн бөгөн был алҡыштар,

Əсəм — минең уңыш бетеүем.

Р. Мансурова

Əсəлəр тураһында мəҡəлдəр

Атаһын күр ҙə улын ҡос, əсəһен күр ҙə ҡыҙын ҡос.

Бала ҡəҙерен əсə белер.

Ишеге ямандың өйөнə барма, əсəһе ямандың ҡыҙын алма.

Телһеҙҙең телен əсəһе белер.

Үҙ əсəң бауырһаҡ, үгəй инəң — һарымһаҡ.

Əсə янында бала етем булмай.

Атаһыҙ бала етем түгел, əсəһеҙ бала етем.

Əсə ҡуйыны тундан йылыраҡ.

Əсə йылыһы — ҡояш йылыһы.

Ата-əсəһен тыңлаған əҙəм булған, тыңламаған əрəм булған.

Ағасына күрə алмаһы, əсəһенə күрə балаһы.

Бала шатлығы — əсə шатлығы.

Əсə күңеле балала, бала күңеле далала.

Əсə һөтө менəн инмəгəн — тана һөтө менəн инмəй.

Ата-əсə алғышы утҡа-һыуға батырмаҫ.

Ата-əсəһенə ҡəҙер күрһəтмəгəн — үҙе лə изгелек күрмəҫ.

Баланың ғəйебе — ата-əсəнеке.

Донъяла ата-əсəнəн башҡа бар нəмə лə табыла.

Астан үлһəң дə, ата-əсəңде ташлама.

Ир бала — ата-əсəгə таяу, ҡыҙ бала — өйгə яҡҡан буяу.

Атаны күреп ул үҫер, əсəне күреп ҡыҙ үҫер.__

 

Аҡыллы фекерҙəр донъяһында

Ваҡыт, хеҙмəт, намыҫ, белем, үҙ-үҙеңə хужа булыу, кешелəге физик,

аҡыл һəм əхлаҡи көс — барлыҡ байлыҡтарҙың сығанағы.

К.Ушинский

Яҡшылыҡ эшлəү тураһында һөйлəнеү яҡшылыҡ ҡылдым тигəнде

белдермəй.

Аристотель

Аҡыл кешегə хеҙмəт итмəһə, ул ҡурҡынысҡа əүерелə.

Софокл

Иң элек яҡшылыҡҡа өйрəн, унан зирəклеккə, сөнки беренсеһенəн

башҡа икенсеһен үҙлəштереү мөмкин түгел.

Сенека

Оло əхлаҡ юҡ икəн, ундай ерҙə оло шəхестəрҙең булыуы ла шикле.

Р.Роллан

Бүтəндəрҙəн башҡа ла йəшəй алам, тип уйлаған бер яңылышһа, минəн

башҡа йəшəй алмайҙар, тип маһайған икелəтə хаталана.

Ф.Ларошфуко

Ерҙəге бар матурлыҡ — Ҡояштан, тормоштағы бар яҡшылыҡ —

кешенəн.

М.Пришвин

Мөхəббəт бөтəһен дə талап итə һəм уның быға хаҡы бар.

Людвиг ван Бетховен

Ғашиҡтың ғына кеше тигəн исемде йөрөтөргə хаҡы бар.

А.Блок

Ҡаршылыҡтарҙан ҡурҡҡан мөхəббəт — мөхəббəт түгел.

Дж.Голсуорси

Мөхəббəт яуаплылыҡты өҫтəй. Унһыҙ тормош юҡ.

И.Гончаров

Ысын мөхəббəт килмəһə, тормоштоң асылын аңлап булмай.

М.Горький

Мөхəббəт намыҫлы йөрəктəрҙе тиҙ солғап ала.

Д.Алигьери

Дуҫлыҡ менəн мөхəббəт — ике бөйөк тойғо, улар кешене бөтөнлəй

үҙгəртə.

Жан Поль Марат

Мөхəббəт ут кеүек — утын өҫтəмəһəң, һүнə.

М.Лермонтов

Мөхəббəтте йəшереп булмай.

А.Пушкин

Ысынлап яратыу — үҙ-үҙеңде онотоу ул.

Жан-Жак Руссо

Ваҡыт төрлө кешелə төрлөсə үтə.

Шекспир

“Эш күп, ваҡыт етмəй” тип ығы-зығы килгəн кешелəр, ғəҙəттə, бер эш

тə ҡырмайҙар.

Г.Ликтенберг

Бөйөк кеше үҙ заманынан алда бара, аҡыллы кеше һəр юлда заманы

менəн йəнəш атлай, ахмаҡ заманына арҡыры тора.

Э.Бауэрнфельд

Үҙҙəре иҫəн саҡта күккə күтəрелгəн күп кешенең үлгəс һəйкəле

булмаясаҡ.

П.Беранже

Ҡайһы бер бəндəлəрҙең ҡоро исеме генə бар: уларға яҡындан теклəп

ҡараһаң, бер нəмəлəре лə юҡ икəнде күрəһең.

Ж.Лабрюйер

Йə, хоҙа! Һин кешелəргə алтынды баҡырҙан айырырлыҡ аҡыл

биргəнһең, əммə əҙəм аҡтығын тыштан танырлыҡ тамға һуҡмағанһың.

Эврипид

Ҙур кешегə бəлəкəй гонаһтар еңел ғəфү ителə.

М.Эшенбах

Үҙ кейемеңде кей, үҙ һауытыңдан эс, үҙ икмəгеңде аша — ул саҡта бер

кем менəн дə бутамаҫтар!

Шамил Анаҡ

Кешелəрҙе мөхəббəт, намыҫ һəм тоғролоҡ матурлай.

Т.Килмөхəмəтов

Донъяла кешелəр ике төр: аҙғындар — тыйнаҡтар, ҡыйыуҙар —

ҡурҡаҡтар, дуҫтар — дошмандар, күндəмдəр — кирелəр, аҡыллылар —

тилелəр, гонаһлылар — изгелəр...

Шамил Анаҡ

Һəр ғаилə - үҙенə күрə бер карап ул... Уның да һəйбəт капитаны булырға

тейеш!..

Н.Асанбаев

Мөхəббəт бөтəһен дə аҡлата, ярлыҡата...

М.Кəрим

Еңел килгəн бəхет – бəхет түгел,

Эҙлəп тапҡан бəхет ҡəҙерле.

Ə.Атнабаев

Бəхетһеҙҙəр аңлай бəхетте.

М.Ғəли

Бəхет бит ул – алтын балыҡ,

Бик тиҙ генə бармай ҡабып.

Г.Юнысова

Мəҡəлдəр

Ата булмай атайың ҡəҙерен белмəҫһең, əсə булмай əсəйең ҡəҙерен

белмəҫһең.

Бала — уңһа ғына бала, уңмаһа — бəлə.

Бала үҫтерһəң, буйын ғына үҫтермə, аҡылын да үҫтер.

Ҡарға ла балаһына “аппағым” тиер, терпе лə балаһына “йомшағым”

тиер.

Ҡыҙ баланың сибəр булыуы яҡшы.

Егет булһа, батыр булһын, ҡыҙ булһа, матур булһын.

Һауаны йондоҙ, ҡатын-ҡыҙҙы сəс матурлай.

Дуҫым, тип серең һөйлəмə, дуҫтың да дуҫы булыр, ул да һөйлəр дуҫына.

Өйөңдө яҡшы һаҡла, ҡапыл ҡунағың килер; үҙеңде яҡшы һаҡла, ҡапыл

əжəлең килер.

Тыныс йəшəргə телəһəң, телеңде тый.

Аҡылы ҡыҫҡаның теле оҙон.

Əсе тел — зəһəр, татлы тел — шəкəр.

Ҡул яраһы бөтөр, тел яраһы бөтмəҫ.

Оҙон тел ғүмерҙе ҡыҫҡартыр.

Һөйҙөргəн дə тел, биҙҙергəн дə тел.

Таҫма телгə ышанма.

Татлы тел айыу бейетə.

Теле боҙоҡтоң күңеле боҙоҡ.

Тик тормаған тел башҡа бəлə килтерə.

Асыу хəтəр, асыуҙан ғəйбəт хəтəр.

Уйнап һөйлəмə, уйлап һөйлə.

Һүҙ эйəһенəн алда барып етə.

Дөрөҫ һүҙгə яуап юҡ.

Ағас башын ел бутай, əҙəм башын һүҙ бутай.

Һүҙҙə тороу — ҙурлыҡ, һүҙҙə тормау — хурлыҡ.

Хəҙистəр

Ҡəнəғəт була белеү — ҙур байлыҡ.

Йомшаҡ күңел, асыҡ йөҙ — хазина.

Кешегə зарар итеү һəм үс алыу — енəйəт.

Эште еренə еткереп эшлə.

Баш — аяҡҡа ла баш, ҡулға ла баш, башҡа ла баш.

Башлыҡ булыр өсөн баш ҡына етмəй.

 

Башһыҙ ҙа баш йөрөтə.