Тəүге ҡар

Тəүге ҡарым, елбəҙəгем,

Һағышым, ҡыуанысым.

Һаумы, һаумы, аҡ хыялым,

Наҙ-йырым, йыуанысым.

Юлдарға яу, ҡайындарға,

Муйылдарға, сирендəргə.

Сəстəргə ҡун, керпектəргə,

Ире ал ирендəрҙə.

Күгем зəңгəр, һыуым тулҡын,

Ерем булһын иҫəн-һау,

Аҡ юл һалып, аҡ бəхеткə

Аҡ шатлыҡтар булып яу,

Ерем булһын иҫəн-һау.

Ф.Рəхимғолова

Ҡар бөртөктəре

Елбер-елбер елберлəп

Бөркөлгəндəй елбəҙəк,

Сəбəлəнеп, туҙынып,

Ҡар һибелə йылҡылдап.

Бер бөртөгө йондоҙҙай,

Бер бөртөгө түңəрəк.

Бер бөртөгө көмөштəй,

Бер бөртөгө күбəлəк.

Бер бөртөгө алмастан,

Бер бөртөгө елбəҙəк.

Бер бөртөгө уҡанан,

Бер бөртөгө гел биҙəк.

Эй, ҡар яуа, ҡар яуа,

Ынйы яуа, нур яуа.

Мул тормошҡа ҙур уңыш

Үҫтерергə ул яуа.

Ҡар бөркəнə ҡалалар,

Ҡар ябына далалар.

Йымылдашып ағастар

Ҡарҙан суҡтар тағалар.

С.Ҡудаш

Хикмəтле ҡар

Ҡар яуа ла ҡар яуа

Яландарға, ҡырҙарға.

Йоҡлап ятҡан далалар

Күмелə аҡ юрғанға.

Беҙҙең өҫкə лə ҡарҙар

Яуалар иплəп кенə.

— Ҡар түгел, — ти олатай, —

Яуа аҡ икмəк кенə!

С.Муллабаев

Матур көн

Ынйы-ынйы ҡарҙар яуа,

Ғəжəп матур көн бөгөн!

Ҡулға тотоп алғы килə

Ҡарҙың һəр бер бөртөгөн.

Бəүелеп-бəүелеп төшə,

Ҡар яуа — матур ниндəй!

Əйтерһең дə, кемдер күктə

Ҙур илəктəн он илəй.

С.Əлибаев

Көҙ биҙəктəре

Көҙ биҙəгəн еркəйемде

Мең биҙəккə,

Əллə япраҡ оса, əллə

Елбəҙəктəр?!

Эй килешə һары күлдəк

Ҡайындарға:

Ə милəштəр ялҡын яулыҡ

Ябынғандар.

Баландарым таҡҡан ҡыҙыл

Муйынсаҡтар.

Ал яулығын болғап ҡала

Йəш уҫаҡтар.

Йондоҙ төҫлө балҡый ана

Көҙ гөлдəре...

Бигерəк аҫыл тыуған ерем

Миҙгелдəре!

Ф.Рəхимғолова

Алтын көҙ килə еремə

Тирə-яҡҡа көҙ апай

Һипте һары буяуын:

Һары урман, һары тау

Алып тора күҙ яуын.

Ошо буяу көҙ еткəс,

Ҡаплап ала ер өҫтөн.

Йəп-йəшел ужым ғына

Һаҡлай нисек йəй төҫөн?

М.Дилмөхəмəтов

Миҙгелдəр

Һəр миҙгелдең үҙ йəме бар,

Үҙ төҫө бар һəр айҙың.

Зəңгəр сирень, йəшел үлəн

Бигерəк йəмлəй яҙҙы!

Йəй айҙарын аллы-гөллө

Хуш еҫле сəскə биҙəй.

Ҡыуанып һайраған ҡош та

Шул гүзəллекте һиҙə.

Уңған көҙ урманды буяй

Ҡыҙыл, һары төҫтəргə.

Шунан ҡышҡа ҡала инде

Ергə аҡ төҫ өҫтəргə.

Сиратлап миҙгелдəр ергə

Сағыу биҙəктəр һала.

Шуға йылдың һəр бер айын

Һағынып көтөп алам.

Т.Дəүлəтбирҙина__

 

Ғинуар

Ғинуар — сатлама һыуыҡтар айы. Иң көслө һыуыҡтар беҙҙең

республикала 1959, 1963, 1979 йылдарҙың ғинуарында күҙəтелде. Иғтибарлап

ҡараһаң, ҡаты һыуыҡтар һəр 10 йыл һайын ҡабатланып тора. Əммə иң һыуыҡ

ғинуар 1969 йылда булды, 30 градуслы һалҡындар теүəл 20 көн буйы торҙо.

Халыҡ ғинуарға ҡарап йəйҙең нисек килеүе тураһында күп

һынамыштар əйтеп ҡалдырған. Мəҫəлəн, 25 ғинуар ҡояшлы икəн — күсмə

ҡоштарҙың көньяҡтан иртəрəк ҡайтыуҙарын көт. Ылыҫлы урмандарҙа шыршы

турғайы оя ҡора. Улар үҙҙəренең балаларына шыршы, ҡарағай, аҡ шыршының

орлоҡтарын ашаталар.

Мышылар ғинуарҙа мөгөҙҙəрен ташлап китə. Тейендəр ҡарағай,

шыршыларҙың өлгөргəн орлоҡтары менəн туҡланалар. Ғинуарҙа көн сəғəт

ярымға оҙоная.

Е.Кучеров

Февраль

Иң күп ҡар февралдə яуа. Был айҙа ҡаты һыуыҡтар һаҡлана, əммə улар

араһында епшек көндəр ҙə күҙəтелə. Температура плюс 9,2 градустан (1970)

минус 38,5 (1951) градусҡа тиклем тирбəлергə мөмкин. Аҙыҡ эҙлəп мышылар,

ҡоралайҙар ҙур аралыҡтарҙы үтəлəр. Ҡорҙар ҡайын бөрөһө, алҡаһы, ə

һуйырҙар ҡарағай ылыҫы менəн туҡлана.

Ҡуяндарҙың, төлкөлəрҙең, тейендəрҙең, аҫтарҙың, һуҫарҙарҙың,

көҙəндəрҙең “туй уйындары” башлана. Һоро айыуҙарҙың өңдəрендə балалары

тыуа. Һыу йылына төшə, балыҡ һəйбəт ҡаба башлай. 1981 йылдың феврале бик

йылы булды, беренсе яртыһында ҡар ирей башланы, гөрлəүектəр аҡты. Тик

был күренеш бик һирəк күҙəтелə, 50-60 йылға бер тапҡыр булыуы мөмкин. 15

февралдə ҡар яуһа, яҙ һуңлап килə, һыуыҡ була. Февраль аҙағында ҡар ирей

төшə. Календарь буйынса — ҡыш аҙағы, əммə беҙҙең яҡтарҙа мартты ла ҡыш

тип иҫəплəргə мөмкин.

Е.Кучеров

Март

Март — яҙҙың тəүге айы. Шулай ҙа был айҙа бурандар ҡотора, ҡарҙар

яуа. Ысын фенологик яҙ тик ай аҙағында ғына килə. Ҡар ирей башлау менəн

йылы яҡтан ҡарғалар ҡайта. Март аҙағында ҡайһы бер үлəндəр ҙə “уяна”

башлай. Ҡуяндың балалары тыуа. Селдəр парлаша. Күп кенə хайуандар мартта

тундарын алмаштыра.

Яҙҙы оҙаҡ ятып селтəрлəнеп бөткəн епшек ҡарҙан да, ҡыйыҡтарҙа

эленеп торған боҙбармаҡтарҙан да, ҡоштарҙың сырҡылдашыуынан да, тəүге

йырғанаҡтарҙың сылтырауынан да тойорға була.

Е.Кучеров

Майҙа тəбиғəт

Майҙы йəшеллек һəм ҡоштар йыры айы тип йөрөтəлəр. Ысынлап та,

майҙың тəүге көндəрендə үк урман-ҡырҙар йəшел “күлдəген” кейə. Майҙа

һуңғы күсмə ҡоштар — һандуғас, кəкүк, ҡарлуғас ҡайта. Улар оя ҡороп бала

сығара. Яҙғы ташҡын кəмей, йылғалар ҙа ярҙарына ҡайта. Тəлмəрйендəр, күп

кенə балыҡтар (йəйен, сабаҡ, ажау) был ваҡытта ыуылдырыҡ сəсə. Шуға күрə

10 майҙан 20-һенə тиклем балыҡ тотоу тыйыла.

Майҙа ялан, баҡса эштəренең иң ҡыҙыу мəле. Йəшелсə ултыртыу,

бөртөклө культураларҙы сəсеү, уларҙы төрлө ҡоротҡостарҙан, ҡый

үлəндəренəн, ҡырауҙан һаҡлау кеүек хəстəрлектəр етерлек.

Е.Кучеров

Июль

Июль — йылдың иң эҫе айы. Был айҙа көн оҙонлоғо ҡыҫҡара бара, ə

һауа температураһы көндəн-көн күтəрелə. Əленəн-əле йəшенле ҡойма

ямғырҙар яуып үтə. Шуға ла халыҡта июлде “йəшенле ай” тип тə йөрөтəлəр.

Был айҙа төрлө емеш-елəк: ҡарағат, ҡурай елəге, сейə өлгөрə. Аҡ

бəшмəк, уҫаҡ һəм ҡайын бəшмəге тап ошо айҙа үҫə.

Июлдə ҡорттар иң күп балды йыя. Сөнки был айҙа иң баллы ағас —

йүкə — сəскəгə төрөнə. Башҡа баллы ҡырағай үҫемлектəр: айыу ҡурайы,

ҡандала үлəне, көнбағыш сəскə ата.

Е.Кучеров

Һүҙлек

Айыу ҡурайы — жимолость.

Ҡандала үлəне — клоповник.

Август

Август — йəйҙең һуңғы айы. Көндəр аяҙ тора, ҡайһы берҙə бик ҡыҙыу

була, шулай ҙа көҙ һулышы һиҙелə. Төндəр елəҫəйə, иртəлəрҙə һалҡын ысыҡ

төшə. Ай аҙаҡтарында ҡырауҙар төшкөлəй.

Баҡсаларҙа ҡыяр, помидор өлгөрə, сейə, крыжовник, алмалар бешə.

Витаминдар хазинаһы һаналған гөлйемеш етешə. Ҡыуаҡтарҙа балан, милəш

ҡыҙара, муйыл шəрбəтлəнə. Сəтлəүектəр өлгөрə. Бəшмəктəрҙең күп мəле.

Август айында йыландар үрсей. Ҡайһы бер ҡоштар көньяҡҡа юллана.

Кейектəр ҡышҡа əҙерлəнə. Бурһыҡтар, тейендəр, йомрандар, алйырҙандар

һыуыҡ осорға аҙыҡ запасы əҙерлəй.

Е.Кучеров

Сентябрь

Сентябрь ике миҙгелдең — көлəс йəй менəн ҡырыҫ көҙҙөң ҡауышҡан

айы. Ай башында һауа бейек, үтə күренмəле була, офоҡтар асыҡ, таҙа тора.

Йылыһы көндəн-көн һүрелə барһа ла, ҡояш та яҡты йылмая. Артабан күк йөҙө

боҙола башлай, тирə-яҡ тəбиғəт көндəн-көн үҙгəрə. Ҡырауҙар төшə, ҡайһы

берҙə бөтөнлəй һыуытып ебəрə. Шулай ҙа сентябрь ҡыҫҡа ғына сыуаҡ мəле —

əбейҙəр сыуағы менəн ҡыуандыра.

Сентябрҙе халыҡта “алтын ай” тиҙəр. Ағас япраҡтары һарғая, ай

урталарынан япраҡ ҡойондары башлана. Урмандарҙа күплəп бəшмəктəр үҫə.

Күсер ҡоштар көньяҡҡа юллана. Торна туптары, кейек ҡаҙҙар,

өсмөйөшлө сылбырға теҙелеп, йылы яҡҡа оса. Бөжəктəр ҙə аулаҡ урындарға:

ағас ҡабығы аҫтына, тупраҡ араһына ҡаса. Ярғанаттар өңдəренə йəшеренə.

Ҡырағай януарҙар ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ запасы хəстəрлəй. Балыҡтар, күмəк

йыйылып, йылға-күлдəрҙең тəрəнерəк урындарына йөҙə. Бағры ыуылдырыҡ

сəсə.

22 сентябрҙə көн менəн төн тигеҙлəнə. Шунан көндəр ҡыҫҡара, төндəр

оҙоная башлай.

Е.Кучеров

Һау бул, əбейҙəр сыуағы!

Үҙенең ҡояшлы, йылы көндəре менəн ҡыуандырған оҙайлы əбейҙəр

сыуағы бөттө. Алда көн оҙоно быҫҡаҡлап яуған ямғырҙары менəн көҙгө

бысраҡ көндəр көтə беҙҙе. Башҡортостан гидрометеорология үҙəгенəн хəбəр

итеүҙəренсə, 16 октябрҙəн көн һыуына: көнбайыштан килгəн һалҡын һауа

фронты кинəт кенə һауа торошоноң үҙгəреүенə килтерəсəк. Һауа

температураһы +8, +9 градусҡа тиклем түбəн төшəсəк. Синоптиктар беҙгə был

аҙнала ҡар ҡатыш ямғыр вəғəҙə итə. 18 октябрҙəн һуң кискеһен 5 градусҡа

тиклем туңдырасаҡ. Əммə ҡар ҡатламы ер өҫтөнə ятмай əле.

Е.Кучеров

Һүҙлек

Əбейҙəр сыуағы — бабье лето

Быҫҡаҡлау — моросить

Октябрь

Көҙҙөң беренсе һыуыҡ айы. Əсе елдəр иҫə. Күлəүектəр боҙ менəн

ҡаплана. Йыш ҡына ямғырҙар яуа, шуға күрə октябрҙе халыҡта “батҡаҡ айы”

тип тə йөрөтəлəр. Тəүге ҡар ҙа яуа, лəкин ул шунда уҡ ирей.

Күлдəр, быуалар туңа башлай. Иң аҙаҡҡы күсмə ҡоштар китеп бөтə.

Уларға алмашҡа ҡыҙылтүштəр, башҡа ҡышлаусы ҡоштар килə. Айыу, бурһыҡ,

алйырҙан йоҡоға тала.

Баҡсаларҙа ағас ултыртыу дауам итə. Япраҡтар тулыһынса тиерлек

ҡойолоп бөтə.

Е.Кучеров

Ҡарасай

Тəбиғəт татлы йоҡоһона сумырға əҙерлəнə. Ҡоро əсе елдəрҙəн

урмандағы ағастар яланғасланып ҡалған, əйтерһең дə ел япраҡтарҙы өҙгөслəп

ергə ташлап, уларҙан алтын балаҫ туҡып йəйгəн. Көҙгө тəбиғəттə ни бары бер

сағыу төҫтө күрергə була: əллə ҡайҙан алыҫтан утлы күмерҙəй баҙлап ултырған

милəштəр иғтибарҙы йəлеп итə. Һалҡын ҡырауҙарҙан шиңеп, һарғайып

ҡыуарған үлəндəр, ҡоштар тубы — бөтөнөһө лə тереклектең ял итергə

əҙерлəнеүен белдерə төҫлө.

Октябрь — көҙ уртаһы. Оҙайлы ямғырҙар, һалҡындар төшөү хас был

айға. Башҡорт календары буйынса октябрь ҡарасай тип йөрөтөлə. Һауа

торошоноң нисек булыуына, көйһөҙлөгөнə ҡарап был айҙы халыҡ: “Октябрь —ни арба, ни сана”, “Октябрь — ҡара бейə, ноябрь — ала бейə” тип əйткəн.

2003 йылғы көҙ ғəҙəти булмағанса йылы килде. Əммə быға һөйөнөргə

түгел: ҡоро көҙ йəйҙең ҡоро килеүе, уңыштың насар булыуы билдəһе. “Көҙ

йылы килһə, ҡыш оҙон була” тигəн халыҡ һынамышы ла бар. Фенологтарҙың

яҙмаларынан ҡарағанда, 1974, 1999 йылдарҙа ла октябрь ҡоро булған, ə бына

1991, 1997 йылдарҙа көслө ҡойма ямғырҙар күҙəтелгəн. 1971, 1978 йылдарҙа

ярты метр самаһы ҡар ятҡан булһа, 1920, 1976 йылдарҙа ай уртаһында ҡышҡы

һыуыҡтар төшкəн. 1974 йылдың октябре башҡа йылдарҙағыға оҡшамаған иң

йылы ай булараҡ тарихта ҡалған. Һауа температурһы +8, +9 градус булған.

Е.Кучеров

Ноябрь

Көҙҙөң һуңғы айы, əммə уның урталарында ысын ҡыш башлана.

Ноябргə йылдың иң ҡараңғы төндəре тура килə. Көндəр ҡыҫҡа була.

Был айҙа урманда күңелһеҙ һəм тыныс. Аҫ, йəтсə, ҡуяндар тулыһынса

“ҡышҡы тун” кейəлəр. Күп кенə балыҡтар ҡышҡы йоҡоға талалар.

Ноябрҙе “ҡыш башы” йəки “боҙ айы” тип тə атайҙар.

Е.Кучеров

Ҡоштар

Ҡоштар — тəбиғəттең ғəжəйеп бер бүлəге ул. Уларҙың файҙаһы

баһалап бөткөһөҙ: баҫыуҙарҙы ҡоротҡос-бөжəктəрҙəн, ваҡ кимереүселəрҙəн

һаҡлайҙар, уңышты арттыралар.

Башҡортостанда 300-лəп ҡош төрө иҫəплəнеп, улар 4 төркөмгə бүленеп

йөрөтөлəлəр: күсмə (беҙҙə оялап, ҡышын көньяҡҡа китəлəр), ултыраҡ (йыл

буйы Башҡортостанда йəшəйҙəр), күсеп йөрөүсе (беҙҙə лə, башҡа ерҙə лə

йəшəйҙəр), ҡышҡа килеүсе (төньяҡта оя ҡоралар, көҙгə йəки ҡышҡа беҙҙең

яҡҡа килəлəр) ҡоштар.

“Башҡортостандың ҡыҙыл китабы”на һирəк осрай торған йəки һаҡлауға

мохтаж булған 52 ҡоштоң 'E5н исеме индерелгəн. Мəҫəлəн, таҙғара, берғаҙан,

туғаҙаҡ, ҡауҙы һ.б. “Башҡортостандың ҡоштары” тигəн (авторы

Э.Ф.Ишбирҙин, 1986 йылда сыҡҡан) китапта был хаҡта тулы мəғлүмəттəр

бирелгəн.

Ғ.Булатова

Һүҙлек

Таҙғара — черный гриф

берғаҙан — пеликан

туғаҙаҡ —дрофа'

ҡауҙы — аист

Юрауҙар, һынамыштар

Ағас һуң япраҡ ярһа, йыл ауыр килер.

Ағаста бəҫ күп булһа, бал күп була.

Көҙ оҙон килһə, яҙ һуң килер.

Эт йылы буран була.

Əгəр яңы ай бик асыҡ ялтырап күренһə, һалҡын булыр.

Бесəй мейескə керһə, буран булыр.

Төнө буйы һандуғас һайраһа, ҡояшлы көнгə.

Өйрəктəр туҡтауһыҙ һыуға сумһалар, ямғыр яуыр.

Иртəн һыу өҫтөнə томан таралһа — көн ҡояшлы буласаҡ.

Имəн сəтлəүеге күп булған йылда ҡыш йылы килə.

Милəш уңһа, икенсе йыл арыш уңасаҡ.

Томан күп төшһə, емеш уңыр.

Иртə менəн ысыҡ төшһə, көн эҫе буласаҡ.

Мартта йылы булһа, яҙ һалҡын була.

Йəй томан күп булһа, бəшмəк үҫер.

Себештəр бергə йыйылһа, ямғыр була.

 

Муйыл ныҡ уңһа, иген аҙ булыр.