Витаминдар донъяһында

Витаминдарҙың файҙаһы хаҡында һəр кем белə.

А витамины — туҡымаларҙа һəм күҙəнəктəрҙə аяҡҡа баҫтырыу

реакцияларында ҡатнаша. Һөт аҙыҡтарында, йомортҡала, бауырҙа, треска

тоҡомло балыҡтарҙа, томатта, кишерҙə, шпинатта, емеш-елəктə, петрушкала

бар.

В1 витамины — туҡымаларҙың тын алыуын һəм күҙəнəктəргə кислород

килеүен көсəйтə. Уға бауыр, һөт, йомортҡа, борсаҡ, фасоль, сүпрə бай.

В12 витамины — матдəлəр алмашыныуына йоғонто яһай. Ул бауырҙа,

бөйөрҙə, йомортҡа һарыһында күп.

В2 витамины — матдəлəр алмашыныуында мөһим роль уйнай. Уның

етешмəүе сəстəр, күҙ, ауыҙ ҡыуышлығы һəм ирендəр торошонда сағыла. Бөтə

ит һəм һөт продукттарында, бигерəк тə сүпрəлə бар.

В5 витамины — күҙəнəктəрҙə матдəлəр алмашыныуын оптималь

кимəлдə тота. Витамин етешмəүе тире, тырнаҡтар, сəс торошонда һиҙелə.

Уның сығанаҡтары — һөт, йомортҡа, бауыр. Матдəлəр алмашыныуы,

боҙолоуын дауалау өсөн кальций тоҙо формаһында ҡулланыла.

В3 витамины — тиренең сəлəмəтлеге өсөн кəрəк, тамырҙарҙы

киңəйтеүгə йоғонто яһай, матдəлəр алмашыныуында ҡатнаша. Һөттə,

йомортҡала, борсаҡта, фасолдə бар.

В6 витамины — аминокислоталар алмашыныуын ғəмəлгə ашырыусы

ферменттар төҙөүҙə мөһим роль уйнай. Уның етешмəүе дерматитҡа килтерə.

Сүпрəлə, үҫемлектəрҙең йəшел өлөшөндə була.

Д витамины — күҙəнəктəрҙə һəм һөйəк туҡымаһында кальций һəм

фосфаттар күсеүен көйлəй. Диңгеҙ балыҡтары ыуылдырығы һəм бауыры,

балыҡ майы уларға бай.

Е витамины — бик көслө антиоксидант, уны “йəшлек витамины” тип тə

атайҙар. Ул бойҙай бəбəгендə, йəшел үҫентелəрҙə, һырғанаҡ, көнбағыш, арахис

майында күп.

F витамины — кислород һəм май алмашыныуында ҡатнаша, шешеү

процесын бөтөрə, күҙəнəктəрҙең яңырыуына булышлыҡ итə, уларҙың дымды

юғалтыуын иҫкəртə. Был витамин етешмəгəндə тире ҡорой, сəс ҡойола,

кəүəклəнə. Үҫемлек майҙары, көнбағыш, миндаль, һырғанаҡ орлоғо, гөлйемеш

составына инə.

С витамины — туҡымаларҙың яңырыуына булышлыҡ итə. Уларға

цитрус емештəре, шалҡан, йəшелсə һəм емештəр бай, бигерəк тə ҡара

ҡарағатта, гөлйемештə, ҡыҙыл бороста, татлы һуғанда күп.

Йəшел аптека

Дарыу үлəндəре əҙерлəү өсөн йəй – иң ҡулай ваҡыт. Тик уларҙы оло

юлдан, заводтар тирəһенəн ситтə, урман-яландарҙа йыйыу һəйбəтерəк.

Үлəндəрҙе ҡыҙыу ҡояш аҫтында киптерергə ярамай. Улай иткəндə,

шифаһы теймəйəсəк. Елəҫ ерҙə яҡшылап киптерелгəн үлəнде ныҡлап ябылған

быяла һауыттарҙа, ҡоро, һалҡынса, ҡараңғы урында һаҡларға кəрəк.

Һары мəтрүшкəне сəскə атҡан осорҙа һабағы менəн 15-20 сантиметр

оҙонлоғонда йыялар. Сəй кеүек ҡайнатып эсəлəр. Һалҡын тейгəндə, тамаҡ

шешкəндə файҙалы.

Юл япрағын йəй буйына йыйып əҙерлəргə мөмкин. Тик япраҡтарында

таптары булмаһын. Был үҫемлек тə тамаҡ ауыртҡан, йүткергəн мəлдə шифалы

һанала.

Ромашканы сəскəлəре ныҡ асылған саҡта өҙөргə кəрəк. Төнəтмəһен

тирлəү, тынысланыу өсөн, эсəктəр, ашҡаҙан ауыртҡанда эсəлəр. Шулай уҡ

яраны сайҡатыу өсөн дə ҡулланалар.

Ҡара ҡарағат, ҡурай елəгенең емештəре лə, япраҡтары ла файҙалы. Тик

емештəрен боҙолмаҫ элек киптереү сараһын күреү мотлаҡ. Ҡурай елəге һəм

ҡарағат сəйен эсеү һалҡын тейгəндə бик шифалы, тирлəү өсөн дə һəйбəт.

“Йəншишмə”нəн

Һүҙлек

Һары мəтрүшкə - зверобой

Юл япрағы – подорожник

Төнəтмə - настойка

Витаминдар хазинаһы

Милəште, бик əсе булғанға, ҡайһы берəүҙəр яратып еткермəй. Уның

витаминдар хазинаһы икəнлеген онотоп ебəрəлəр, күрəһең. Милəш

каротиндарға һəм антициан ҡушылмаларға, А һəм С витаминдарына, пектинға

һ.б. бай. Милəш елəгендəге витаминдар, органик кислоталар, микроэлементтар

тиҫтə ярымдан артып китə.

Милəш ҡан системаһы боҙолғанда, таштар булғанда, ашҡаҙан-эсəк

ауырыуҙары менəн яфаланғанда бик файҙалы. Ул бигерəк тə балаларға һəм

өлкəн йəштəгелəргə шифалы.

Милəшкə халыҡ ғүмер буйы хөрмəт менəн ҡараған. Уны киҫмəгəндəр,

һындырмағандар. Милəш ағасын рəнйеткəн кеше сəлəмəтлеккə туймай һəм

хəйерсе була, тип ышанғандар.

“Башҡортостан уҡытыусыһы”нан

Хəтерең насармы?

Өлкəндəр генə түгел, балалар ҙа йыш ҡына хəтере юҡлығына зарлана.

Кемдер сəбəбен мəғлүмəт ағымының көслө булыуынан, кемдер йод

етешмəүҙəн, кемдер аҡыллы китаптар уҡымай, телевизор-компьютерға теклəп

ултырыуҙан күрə. Ни булһа ла, хəтерҙе күнектерергə, яҡшыртырға мөмкин.

Беренсенəн, башватҡыстар, шахмат мəсьəлəлəре, кроссворд-сканвордтар

сисеп, шиғыр ятлап. Икенсенəн, “аҡыллы ризыҡтар” ашап.

Мəҫəлəн, мүк елəге. Унда антиоксиданттар күп. Улар – атеросклероз

ауырыуына ҡаршы һəйбəт сара. Тимəк, баш мейеһен ҡан менəн тəьмин итеүсе

тамырҙар һығылмалы булып ҡаласаҡ.

Көртмəле лə шундай уҡ сифаттарға эйə. Бынан тыш, күҙҙəр үткерлеген,

ҡолаҡтар һаҡлығын да ҡайғырта.

Сөгөлдөр менəн кəбеҫтə Альмцгеймер (ҡартлыҡ аҡылһыҙлығы) сирен

барлыҡҡа килтереүсе ферменттарҙы юҡҡа сығарыусы матдəлəргə бай.

Һимеҙ диңгеҙ балыҡтарындағы майлы кислоталар баш мейеһендəге

матдəлəр алмашыныуын яҡшырта. Ə фосфор туҡымаларға кислород үтеп

инеүенə булышлыҡ итə.

“Йəшлек”тəн

Һүҙлек

Мəғлүмəт – информация

Башватҡыс – головоломка

Мүк елəге – клюква

Көртмəле - черника

Аттарҙың иң-иңдəре

Александр Македонскийҙың Буцефал ҡушаматлы аты иң ҡыйыу ат

иҫəплəнə. Ул донъяла бер нəмəнəн дə ҡурҡмаған тиер инең, үҙ күлəгəһенəн

өркөр булған.

Иң бəлəкəй ат — Горбунок. Был ат өс ҡарыш ҡына бейеклектə, ишəк

кеүек оҙон ҡолаҡлы, йөнтəҫ итеп һүрəтлəнə. Горбунок ҡушаматын иҫбатлап,

арҡаһында дөйəнеке һымаҡ ике үркəсе лə була уның. Күҙ алдына

килтерəһегеҙме шундай өрəкте?

Иң ҡырағай ат — Пржевальский аты. Хатта уны, беҙ ҡабул итеп

өйрəнгəн ат тип түгел, ə болан йə мышы кеүек ҡырағай януарҙар рəтенə

индерергə кəрəктер.

Иң зыянлы ат — Олег кенəздең аты. Легенда буйынса, ул əжəлен

атынан таба, йəғни үлгəн атының баш һөйəге эсендə ятҡан йылан кенəзде

сағып үлтерə.

Иң мəкерле ат — Троя аты. Əлбиттə, был осраҡта изге мəхлүктең

ғəйебе лə шул сама ғына булғандыр, ни тиһəң дə, ағастан яһалған уйынсыҡ ат

эсенə шымсылар ултыртыу һəр кешенең дə башына килмəҫ ине əле. Əммə

тарихта ул мəкерле кешелəрҙең түгел, ə аттың яманаты ҡалған.

Иң ябыҡ ат — Росинант. Сервантестың яҙыуынса, Дон Кихот, атын

ҡарап сыҡҡас, ошондай фекергə килə: “Ул дүрт аяғына ла аҡһай һəм тире

тарттырылған һөйəктəрҙəн генə ғибəрəт”.

Иң сəйер ат — мушкетер д’ Артаньяндың аты. Ул Парижға тəүлəп

килеп ингəндə, атының был хайуандарға һис тə хас булмағанса сағыу һары

төҫтə булыуына иғтибар итəлəр. Хəс тə көҙгө ҡайын япрағы төҫөндə инде

бына.

Иң вазифалы ат — Рим императоры Гай Калигуланың аты. Ул яратҡан

малҡайына əҙ ҙə түгел, күп тə түгел — сенатор дəрəжəһен биргəн.

Иң ғəжəп ат — Айболит докторҙың дуҫы Тянитолкай. Уның ике башы

булыуы мəғлүм. Ҡойроғо юҡ шикелле. Тик бына тояҡтары нисегерəк икəн —

дүртəүһе лə алғы аяҡтармы?

Хəрбиҙəр

Хəрбиҙəрҙең есеме исеменəн күренə.

Һалдат. Итальян һүҙенəн алынған. Һаҡсы, ҡарауылсы, хəрби хеҙмəтсе

булып ялланған кеше тигəн һүҙ.

Рядовой. Урыҫ телендəге “ряд” һүҙенəн — рəт, сафта тороусы хəрби

хеҙмəтсе тигəн һүҙ.

Ефрейтор. Немецса “гефрайтер” — азат ителгəн мəғəнəһендə. Ул ябай

һалдат башҡара торған ауыр хеҙмəттəн азат ителгəн, еңелерəк эшкə күсерелеп,

һалдаттан бер баҫҡыс юғарыраҡ тора.

Сержант. Латинса “сервиенс” һүҙен үҙгəртеп яһалған. Йəғни хеҙмəт

итеүсе була.

Старшина. Урыҫ теленəн “старейшина” һүҙенəн килеп сыға. Тимəк,

абруйлы, дəрəжəле. Армияла иһə кесе чиндарҙың иң олоһо мəғəнəһендə.

Прапорщик. Славян халыҡтары телдəрендə “прапор”, йəғни байраҡ,

флаг. Ə прапорщик — байраҡсы, саф алдында хəрби частың байрағын күтəреп

барыусы.

Офицер званиеһы Петр I батшалығы осоронда барлыҡҡа килə. Латинса

“офицариус” — хеҙмəт башҡарыусы, хеҙмəт менəн йəшəүсе һүҙенəн алынған.

Бөгөн киң ҡулланылған “офис” һүҙе лə шунан килə.

Лейтенант. Шулай уҡ француз теленəн — урынбаҫар, ярҙамсы, вариҫ

мəғəнəһен белдерə.

Капитан. Латинсанан “кап” — баш тигəн һүҙ. Тимəк, капитан — баш

кеше, алда тороусы.

Майор. Шулай уҡ латинсанан “маир” һүҙенəн — оло, өлкəн, өҫтөн

мəғəнəһендə ҡулланыла. Уны немецтар “майор” тип ҡабул иткəндəр һəм беҙҙең

телгə лə шул килеш кергəн. Француздарса иһə атанан ҡалған малды иң өлкəн

йəштəге вариҫҡа ҡалдырыу законы “майорат” тип атала.

Полковник. Славян телендəге “пак” — халыҡ төркөмө, ғəскəр

мəғəнəһендəге һүҙҙəн, ғəскəр етəксеһе тигəнде аңлата.

Генерал. Уның мəғəнəһе — ҙур кеше, алда тороусы, баш кеше.

Маршал. Был исем башта король, императорҙарҙың һарайҙарында

махсус хеҙмəттə тороусыларға ғына бирелə торған дворян дəрəжəһендəге

звание булған.

Генералиссимус — иң юғары хəрби дəрəжə. Был атаманың беренсе

өлөшө “баш кеше” мəғəнəһендə, “симус” иһə латинса “иң алда” тигəн һүҙ.

Тимəк, генералиссимус генералдарҙың да генералы була.

Ни өсөн Үле диңгеҙ “үле” тип атала?

Ни өсөн диңгеҙ диңгеҙ тип, ə күл күл тип атала икəн? Улар араһында

айырма нимəлə?

Диңгеҙ — Донъя океаны менəн тоташҡан һыу ятҡылығы. Шуның өсөн

уның һыуы һəр саҡ тоҙло була. Ə күлдəр материктың эсендə ята, улар океан

менəн тоташмай һəм, ҡағиҙə булараҡ, һыуҙары сөсө. Мəгəр тоҙло күлдəр ҙə

бар.

Ҙурлығын күрһəтеү өсөн ҡайһы бер күлдəрҙе диңгеҙ тип йөрөтəлəр.

Үле диңгеҙ ҙə — күл. Уның һыуы тоҙло ғына түгел, ə океан һыуынан 10

тапҡыр тиерлек тоҙлораҡ! Шуға күрə Үле диңгеҙҙə бер йəн эйəһе лə йəшəй

алмай. Хатта микроорганизмдар ҙа. Диңгеҙҙең исеме лə ошонан килеп сыҡҡан.

Үле диңгеҙ Яҡын Көнсығышта ята. Уның климаты һаулыҡ өсөн бик

файҙалы. Бында бик күп санаторийҙар төҙөлгəн.

Ныҡ тоҙло булғанға, был диңгеҙ һыуында батыу мөмкин түгел, һыу үҙе

үк һине өҫкə этеп сығара. Шулай ҙа һыу ингəндə үтə һаҡ булырға кəрəк, сөнки

күҙгə элəккəн бер тамсы һыу уға тоҙ һибеү менəн бер.

Хоҡуғыңды белəһеңме, студент?

Студент бер юлы ике уҡыу йортонда белем алыу хоҡуғына эйəме?

Закон буйынса, студенттарға бер юлы бер нисə уҡыу йортонда белем

алыу хоҡуғы бирелгəн, лəкин ул көндөҙгө бүлек студенттарына ҡағылмай.

Батырға ла ял кəрəк.

Студент тигəс тə көнө буйы лекция тыңлап ҡына ултырырға тимəгəн,

уның да сиге булырға — дəрестəр, лекциялар һаны аҙнаһына 54 сəғəттəн

артмаҫҡа тейеш.

Вузды ташлаған студент яңынан тергеҙелə аламы?

Үҙ телəге йəиһə ниндəйҙер сəбəп менəн уҡыуын ҡалдырған студент шул

уҡ уҡыу йортонда яңынан уҡый ала. Өҫтəүенə, əгəр ҙə ул əлегə тиклем

түлəүһеҙ бүлектə белем алһа, артабан да шул уҡ нигеҙҙə уҡыуын дауам итəсəк.

Бер уҡыу йортонан икенсе уҡыу йортона күсергə мөмкинме?

Бер уҡыу йортонан икенсеһенə күсеү өсөн ниндəйҙер мөһим сəбəп

булырға тейеш.

Академик отпуск кемдəргə тейеш?

Академик отпуск студенттарға медицина ҡушыуы буйынса йəиһə

айырым осраҡтарҙа (ғаилə хəлдəре, ҡаза күреү) бирелə. Əммə ул бер йылдан да

оҙон булырға тейеш түгел.

Хəрби хеҙмəттəн кемдəр азат ителə?

Дəүлəт ҡарамағындағы, муниципаль һəм дəүлəт аккредитацияһы үткəн

һəм дəүлəт ҡарамағында булмаған урта һəм юғары профессиональ белем биреү

учреждениеларының көндөҙгө бүлек студенттары уҡыған осорҙа армияға

саҡырылмай. Ə инде уҡыу йортоноң аккредитацияһы юҡ икəн, тимəк, армияға

барырға тура килəсəк.

Олимпия уйындары ҡасан барлыҡҡа килгəн?

Олимпия уйындары тураһындағы тəүге мəғлүмəттəр беҙҙең эраға

тиклемге 776 йылға ҡарай. Ул — ярыштарҙа еңеүселəр исемлеге.

Был уйындар дүрт йылға бер тапҡыр боронғо гректар изге тип һанаған

Олимп тауында үткəрелгəн. Улар биш көн барған. Тантаналы йөрөштəрҙəн һуң

Зевс исемле алла хөрмəтенə ҡорбан килтергəндəр. Һуңынан йүгереү, көрəш,

йоҙроҡ һуғышы, һөңгө сөйөү, ике тəгəрмəсле арбалар менəн уҙышыу кеүек

ярыштар үткəрелгəн.

Һуңыраҡ, беҙҙең эраға тиклемге IV быуатта, Олимпия уйындарында,

спортсыларҙан тыш, шағирҙар, музыканттар, актерҙар сығыш яһай башлаған.

Еңеүселəргə ҙур хөрмəт күрһəтелгəн. Улар һалымдарҙан азат ителгəн һəм

үлгəнсе дəүлəт иҫəбенəн туҡланыу хоҡуғы алған.

Олимпия уйындары тотош донъя байрамы һаналған. Был ваҡытта бөтə

һуғыштар туҡталып торған. Лəкин 304 йылда Рим императоры был уйындарҙы

үткəреүҙе тыя.

1884 йылда Парижда Халыҡ-ара спорт конгресы үткəрелə. Конгресс

Олимпия уйындарын ҡайтанан тергеҙергə ҡарар итə һəм 1896 йылдың 5

апрелендə Афина ҡалаһында асылған уйындар хəҙерге Олимпия хəрəкəтенең

яңы тарихын башлап ебəрə.

“Каникул” һүҙе ҡайҙан килеп сыҡҡан?

Бөтəбеҙгə лə билдəле булыуынса, каникул — ял осоро. Был һүҙ һəр

уҡыусыла шатлыҡ тойғоһо уята. Ул этимологияһы буйынса латин һүҙе

“канис”тан алынған.

Борон римляндар “Сириус” йондоҙон “Каникула” тип йөрөткəндəр. Ул

— күк йөҙөндə балҡып яныусы иң сағыу йондоҙ. Айырыуса ул июль айында

яҡты нурҙар сəсə, ошо ваҡыт Римда йəйге эҫе көндəр башлана һəм уҡыуҙар

туҡталып торған. “Каникул” һүҙе ошо йондоҙ атамаһынан килеп сыҡҡан.

Газетаға нисə йəш?

Уның тарихы ике мең йылға яҡын. Беҙҙең эраға тиклем үк Римда

таҡтаға гипс һылап листовкалар сығарғандар. Улар хəҙерге газетаның

башланғысы булып иҫəплəнə.

Европала газета баҫыу 17-18 быуаттарҙа буржуаз революциялар

башланған осорҙа башлана. Тəүге ваҡытлы баҫма сифатында ул 1609 йылда

Страсбургта (Франция) барлыҡҡа килə. Шул уҡ осорҙа (1621 йылда) Рəсəйҙə

газета сыға башлай. Дөрөҫ, ул ҡулдан яҙылған була.

Газета тигəн һүҙ итальян теленəн алынған. Элек Италияла (Венецияла)

ваҡ аҡсаны газета тип йөрөткəндəр. Ул ваҡытта Венецияла ҡулдан яҙылған

листовкалар һатылмаған, шулай ҙа кешелəр уны уҡып сығыу өсөн ваҡ аҡса —

газета түлəгəн. Һуңынан, баҫма бюллетендəр сығарыла башлағас, уның исеме

шул аҡса исеме менəн газета булып тороп ҡалған.

Кроссворд тарихынан

“Кроссворд” инглиз теленəн “арҡыры-буйлы киҫешеүсе” тигəнде

аңлата. Тəүге кроссворд 1913 йылда АҠШ-та “Нью-Йорк геральд” газетаһында

баҫыла. Беҙҙең илдə “Огонек” журналында 1929 йылда сыға. Республикала

тəүге кроссвордты “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы 1966 йылда тəҡдим

итə.

Үлсəү берəмектəре

Аршын — төрөк теленəн алынған. Яҡынса 71,12 см-ға тиң. Аршын

Төркиəлə, Афғанстанда, Иранда, ə үлсəүҙең метрик системаһы индерелгəнгə

тиклем Рəсəйҙə, Болгарияла, Югославияла оҙонлоҡ үлсəү берəмеге итеп

ҡулланылған.

Дюйм — голланд һүҙе, “биш бармаҡ” тигəнде аңлата. Яҡынса бер дюйм

2,5 см һəм ул үлсəүҙəрҙең Англия системаһы таралған илдəрҙə генə түгел,

башҡа илдəрҙə лə киң ҡулланыла.

Миль — латин һүҙе. Төрлө илдəрҙə милдең дəүмəле төрлөсə: Египетта 1

миль 0,58 км-ға, Римда — 1,598 км-ға, боронғо чехтарҙа — 11,2 км-ға, Рəсəйҙə

 

— яҡынса 1,7 км-ға тигеҙ.

 

 

 

Парсалар

Имгəклəү

Бəпестəре шыуыша башлағас, йəш атай менəн əсəй бик шатланды. Бер

аҙҙан сабый имгəклəп тə китте. Был да сикһеҙ ҡыуаныс булды. Ҡыуаныс-

шатлыҡтар алда ла аҙ түгел ине əле. Сөнки бала шуның менəн генə туҡтап

ҡалманы: һəр осраған əйбергə тотоноп, атларға тырыша башланы. Йығыла,

күҙен-башын күгəртə, ə барыбер аяҡҡа баҫыр өсөн көрəшə.

Тормошта имгəклəп йəшəүҙең түбəнселек икəнен ҡайҙан һиҙə һуң был

əҙəм ишараты? Əллə инстинкт тигəн нəмəлəр ысынлап та бармы?

...Уҫлаптай йəш егет тəнтерəклəп, ауа-түнə ҡайтып килə. Тип-тигеҙ ерҙə

абынып йығылып китə лə шыуыша, имгəклəргə маташа. Ҡаршы сығып алырға

оялып, тəҙрə аша уға əлеге ике пар күҙ баға — əсəй менəн атай күҙҙəре. Һəм ул

күҙҙəрҙəн мөлдөрəп йəш тама. Шыуышыу һəм имгəклəү гел генə ҡыуандырмай

икəн шул.

Тормошта имгəклəп һəм теҙ сүгеп көн күреүҙең хурлыҡ икəнен ҡасан

онотоп өлгөргəн был əҙəм аҡтығы?

М.Əбсəлəмов

Үрлəү

Йəндəрен усында йомарлап, альпинистар иң бейек тау түбəлəрен

буйһондора. Ғүмерҙəре ҡыл өҫтөндə көйөнсə космонавтар сикһеҙ йыһанға оса.

Əле генə тəпəй йөрөй башлаған бала тырышып- тырмашып юғарыға

үрмəлəй. Күнекмəгəн аяҡтары тала, сыныҡмаған бармаҡҡайҙары ысҡынып

китə. ҙммə ул бирешергə уйламай ҙа, уның һайын сəмлəнеп тотона. Юғарыға,

бейеккə. Ə бейеклек кенəһе нимə һуң əле бахырҡайҙың? Байтаҡ ыҙалағандан

һуң, ул маҡсатына иреште: карауат башына менеп һыбайланды. Шат ауаз

менəн ҡулдарын юғары сөйҙө һəм ... “һə” тигəнсе аунап килеп төштө. Юғары

үрмəлəүе ҡалай оҙаҡ ине, түбəнгə тəгəрəүе — бик тиҙ ҙə.

Меҫкен бала. Яуланған рубежды ысҡындырмаҫ өсөн теш-тырнаҡ менəн

йəбешергə кəрəклеген белмəйҙер шул əле.

Бер аҙҙан, əлеге таныш ауаз ишетелгəнгə əйлəнеп ҡараһам, ...бəй, əлеге

малайсыҡ йəнə карауат башында ултыра. Был юлы ул, баяғыса ҡыуанып һөрəн

һалһа ла, “позиция”һына ике ҡуллап сат йəбешкəн ине...

Юғарыға һəм бейеклеккə ынтылыу кешегə тыумыштан бирелгəн дə

баһа.

М.Əбсəлəмов

 

 

 

 

Иңбашта һəм елкəлə

Беренсе Май. Атаһының иңбашына ултырып алған сабыйҙың түбəһе

күккə тейгəн. Сəпəкəйлəй, шөңгөр тауышҡайы менəн (һаҡау икəнен дə онотоп)

“улла” тип ҡысҡырған була. Йəш ата ла унан кəм һөйөнмəй, күҙҙəренəн нур

балҡый: берəүҙең улы эшкингəн дə баһа.

... Ошо менеүҙəн бала ҡабат ергə төшөргə уйламаны — ғүмергə атай

елкəһендə йəшəр булып ҡалды. Был, əлбиттə, ата-əсəне һис кенə лə

ҡыуандырманы.

Йыл миҙгелдəре кеүек үк, əҙəми заттың да үҙ миҙгелдəре лə бар шул.

Сəңгелдəктə тирбəлеү, имгəклəү, иңбашта йөрөү, етəклəтеү, үҙ аллы йөрөүҙəр,

бара-бара бүтəндəргə үҙең таяныс һəм ҡалҡан булыу... Һəм һəр мөсəл дə,

тəбиғəт миҙгелдəре һымаҡ уҡ, үҙ ваҡыты өсөн генə аҫыл, ҡəҙерле, шифалы.

Хатта иртə килгəн яҙҙың яҙы бер кемде лə шатландырмаған шикелле, һуңлаған

балалыҡ та кешене һөйөндөрмəй икəн шул.

Ҡалай төплө, ғəҙел, зирəк был тəбиғəт ҡанундары...

М.Əбсəлəмов

Күтəреү

Ауыл Советы янына йəйғор таҫмалар, күҙ ҡамаштырыр сəскəлəр,

йəшелле-күкле шарҙар менəн биҙəлгəн еңел автомашиналар кортежы килеп

туҡтаны. Күңелле ауаздар, шарап салюты, бокалдарҙың гəлсəр сыңдары.

Шатлыҡтың иң юғары түбəһендəге кейəү бəхеттең зəңгəр томанында йөҙгəн

аҡҡошон күтəреп алды. Гармун телдəре тантаналы тушҡа күсте. Шараптан һəм

һөйөнөстəн елкенгəн төркөм никах йортона йүнəлде. Их, йөрəктең кəлəш

фатаһындай иң аҡ һəм пак сағы.

... Əзмəүерҙəй йəш ир ауа-түнə тəнтерəклəй, элəгə лə йығыла.

Ғəрлегенəн ер тишегенə инерҙəй булған ҡатыны етəклəп тə ҡарай, ҡултыҡлап

та ҡарай. Ахырҙа, йөкмəргə маташа. Кеше кешене күтəрə лə баһа, ни эшлəп

тантаналы музыка яңғырамай?..

Бəй, былар теге икəү ҙə баһа! Ҡасан бысранырға өлгөргəндəр һуң? Өҫ-

баштарын əйтмəйем, анауы ваҡыттағы туй күлдəгендəй аҡ һəм саф

күңелдəрен əйтəм.

М.Əбсəлəмов

Глобус һəм Ер шары

Коридорҙың теге осонда, мəктəпте күтəрерҙəй булып, шау-шыу ҡупты.

Дежур уҡытыусы шунда ашыҡты. Тауыш география бүлмəһенəн сыға ине.

Ишекте асып ебəрһə... ни күрə: малайҙар, саң-туҙан күтəреп, аҡыра-баҡыра

глобусты футбол тубы итеп типкелəйҙəр. Иҫенə килə алмай, бер аҙ аптырап

торҙо уҡытыусы. Бер ни тип тə өндəшə алманы, ғəҙəттəгесə шелтə лə яһаманы,

ҡотортоусыны ла төпсөнөп торманы. Глобус шарын һаҡлыҡ менəн генə

ҡулына алды ла, туҙанын ап-аҡ ҡулъяулығы менəн һөртөп, өҫтəлдə һерəйеп

торған күсəренə кейҙереп ҡуйҙы.

Глобус ни ул... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был заманда Ер шарын уйынсыҡ

туп итеп ҡулдарында сөйөргə, хатта типкелəргə маташыусы дəүлəт

эшмəкəрҙəре лə бар бит донъяла. Ə Ерҙе орбитаһынан тайпылдырһаҡ, күсəренə

ҡабат ҡуйып булырмы? Ул бит глобус шары түгел.

М.Əбсəлəмов

Метаморфоза

Саҡ-саҡ йөрөй башлаған ҡыҙ бала ауа-түнə урамға сыҡты. Уның өсөн

бар нəмə лə өр-яңы, бөтəһе лə мəрəкə. Батҡағы бутҡа, саң — он, быяла

ватыҡтары — ҡашығаяҡ. Уйнай торғас, бит-ҡул бысранды, əсəһе яңы ғына

тарап, таҫма бəйлəп ебəргəн сəс бумалаға əйлəнде.

Ошо мəл, аҡ яғалар тағып, “нулевой”ға йөрөгəн күрше малай мəктəпкə

барырға сыҡты. Əҙəм танымаҫлыҡ ҡиəфəткə кергəн күршеһенə бер килке

аптырап ҡарап торҙо. Йөҙөн сирып: “Фу, сусҡа”, — тине лə китек теше

араһынан сыртлатып төкөрөп үк ҡуйҙы. Унан эре генə ҡиəфəттə мəктəпкə

ҡарай атланы.

Төн уртаһы ауған. Йəш һəм ҡуш йөрəктəр генə йоҡламай. Өй

алдындағы эскəмйəлə һаман гөрлəшəлəр. Йəйге тын төн егеттең шыбырлап

ҡына сискəн серҙəрен бар донъяға фаш итə:

— Ҡамыштай бармаҡтарыңды аҫыл йөҙөктəр менəн биҙəрмен. Аһ, көн

дə төштəремə инеп хыялый итеп бөттө бит ебəктəй сəстəрең, сейə ирендəрең,

ынйы тештəрең ....

Туҡта. Теге “сусҡа ҡыҙ” ҡасан фəрештəгə əүерелеп өлгөргəн һуң? Теге

фырт күрше малайҙы нисек теҙ сүктергəн!

М.Əбсəлəмов__

 

Бəхетле ер

Беҙҙең яҡта кешенең кешелегенуның ҡатын-ҡыҙҙарға булған

мөнəсəбəтенə ҡарап билдəлəйҙəр. Мин дə шуға ҡушылам: “Илдең бөйөклөгөн,

ундағы прогресты ҡатын-ҡыҙҙың хəленə ҡарап билдəлəргə кəрəк. Ҡатын-

ҡыҙҙар йəше аҡҡан ерҙə тормош шəп түгел, ə ҡатын-ҡыҙҙар йырлаған ер иһə —

бəхетле ер”, — тип əйтер инем.

Əсə йыры — донъяла иң бөйөк йыр. Ҡалған бөтə йырҙар ҙа шунан

башлана. Əгəр ҙə сəңгелдəк йыры булмаһа, һис шикһеҙ, бүтəн йырҙар ҙа

тыумаҫ ине. Беҙ əсə йырын тиҫтəлəрсə йылдар үткəс тə, тормошобоҙҙоң иң

ауыр һəм иң бəхетле сəғəттəрендə иҫкə төшөрəбеҙ.

Тау халҡы йүнһеҙ кеше тураһында: “Сəңгелдəктə ятҡанда, əсəһе,

моғайын, уға йыр йырламағандыр”, — ти.

Р.Ғамзатов

Шиғырҙар

***

Һөймə мине, һылыу, əгəр ҙə һин

Матурлыҡҡа ғына ҡараһаң.

Кеше матур һəр саҡ эше менəн.

Был ҡулдарым эшкə яраһа,

Мин үҙемə үҙем ҡоям бəхет,

Намыҫым саф, күңелем ҡəнəғəт.

Ə мөхəббəт өсөн йəшəмəйем, —

Йəшəү өсөн кəрəк мөхəббəт.

Р. Ғарипов

* * *

Көтмəгəндə шундай ҡыҙҙар осрай,

Шундай ҡыҙҙар — ят та үл инде!..

Ниҙəр уйлап, ниҙəр кисергəнде

Үҙең күр ҙə үҙең бел инде...

...Бер йылмайып ҡарауы ла уның

Оло бер туй яһай хисеңдə!

Оло бер туй!..

Лəкин был туйҙың бит

Һин кейəүе түгел — ҡунағы...

Күңелдə тик моңһоу бер йыр тыуа —

Етмəгəнме һиңə шул тағы!..

Р. Ғарипов

* * *

Гөлдəр баҡсаһында

Бер көн шулай гөлдəр баҡсаһында

Сəскəлəрҙе ҡылдым тамаша,

Хуш еҫтəре менəн йəн шатлана,

Нурҙарынан күҙҙəр ҡамаша.

Нəфис төҫтəренə, буйҙарына,

Хайран ҡалып, ҡыҙығып ҡараным,

“Əй, сəскəлəр, һеҙгə кемдəр дуҫтар?

Кемдəр дошмандар?”, — тип һораным.

Гүйə улар шунда йəнлəнделəр,

Нурҙар сəсеп, ем-ем көлдөлəр.

Əкрен генə иҫкəн ел арҡыры

Миңə былай яуап бирҙелəр:

“Кемдəр эшлəй, кемдəр ерҙəр ҡаҙый,

Кемдəр беҙгə һыуҙар һибəлəр,

Кемдəр сəскə кеүек саф күңелле —

Шулар беҙгə дуҫтар!”, — тинелəр.

“Кемдəр ҡара эсле, тар күңелле,

Кемдəр ысын эшкə ҡул бирмəйҙəр,

Кемдəр килеп беҙҙе хаҡһыҙ өҙə —

Шулар беҙгə дошман!”, — тинелəр.

Сəскəлəрҙең ошо яуаптарын

Алғас: “Дөрөҫ! — тинем уларға, —

Эшһеҙ кешелəрҙең хаҡтары юҡ

Һеҙҙе түштəренə ҡаҙарға...

Күңелле эш, матур тормош менəн

Йыл артынан йылдар ағырҙар...

Эшсəн егет менəн эшсəн ҡыҙҙар

Һеҙҙе түштəренə ҡаҙарҙар”.

М.Ғафури

***

Бəхет — һəр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ,

Килеп инə табын таралғас!

Тик көтəһең, көтөп арығас та,

Бəхет өсөн генə яралғас.

Көтə белгəндəргə һуң түгел дə,

Йəшлек кенə көтөп тормай шул.

Юҡ шул уның туҡтар туҡталҡаһы,

Йə үткəнгə юлын бормай шул.

Ҡала миңə бары йылдар буйы

Йырҙар менəн күңел йыуатыу.

Бар ғүмерем минең — һине эҙлəү,

Бар ғүмерем — һине юғалтыу...

Р.Ғарипов

***

Мин батыр ҙа түгел, йəнем,

Мин тик ғашиҡ батырлыҡҡа.

Мин матур ҙа түгел, бəғерем,

Мин тик ғашиҡ матурлыҡҡа.

Мин тапҡыр ҙа түгел, иркəм,

Мин тик ғашиҡ тапҡырлыҡҡа...

Лəкин миңə бер йылмайһаң,

Бер өндəшһəң, бер күҙ һалһаң,

Миңə күсə — тапҡырлыҡ та,

матурлыҡ та,

батырлыҡ та...

Р. Назаров

***

Йəшен

Мөхəббəт ул — əйтерһең дə, утлы йəшен,

Һанап, һорап тормай һис бер кемдең йəшен,

Һүнмəҫ ялҡын менəн ялмай ҡартын-йəшен,

“Көйҙөрөр”, — тип ҡурҡһаң əгəр, ҡас һин — йəшен,

Тик аҙаҡтан ҡоя күрмə күҙең йəшен!

Мөхəббəт ул — əйтерһең дə, утлы йəшен...

Р.Назаров

***

Мөхəббəт — йəшəү емеше —

Өлгөрə ул бер генə,

Кеше татый уның тəмен

Тик бер генə ғүмергə.

Əгəр һөйөү татымаһа,

Ул — кеше булмаҫ ине,

Донъяның иң гүзəл йəмен

Бер ҡасан тоймаҫ ине...

Ергə тыуған һəр бер кеше

Ҡаса алмай үлемдəн...

Ə мөхəббəт татымаусы —

Тере килеш күмелгəн.

Б.Бикбай

***

Сəскəлəргə тиңлəр инем —

Сəскə ғүмерҙəре аҙыраҡ.

— Йондоҙом һин! — тиер инем —

Ул да һүнə таң булғас.

— Ҡояшым һин! — тиер инем —

Төнөн килтермəһəң ҡараңғы.

— Йөрəгем һин! — тиер инем —

Йөрəк тибеүҙəрем һанаулы.

Б.Бикбай

***

Ташлап китте мине йөрəгем,

Йөрəкһеҙ бар кемгə кəрəгем:

Гүйə ҡашы төшкəн йөҙөкмөн,

Аты йығып ҡасҡан егетмен.

М.Кəрим

***

Аһ, мөхəббəт! Килгəн саҡта

Һиҙелмəй ҡала икəн.

Китһəң икең ике яҡҡа,

Уттарға һала икəн.

Б.Бикбай

***

Тормош — боролош:

Йə уңға, йə һулға.

Ташлай — йəллəмəй:

Йə утҡа, йə һыуға.

Р.Мифтахов

***

Алйот, ахмаҡ — көсһөҙ:

Хөкөм итə.

Аҡыллылар — көслө:

Ғəфү итə.

Р.Мифтахов

***

Һөткə, иткə, төрлө шараптарға

Ғүмер буйы сират торабыҙ.

Хəйер, ерҙə беҙгə бер нəмə бар:

Ул да булһа əжəл сиратһыҙ...

Р.Мифтахов

***

Эй, был тормош! Ниңə хəҡиҡəтте

Гел хаталар аша өйрəтə?!

Һабаҡ бирə мең ғазаптар менəн,

Һыуға һала, утта көйрəтə.

Үҙе телəгəнсə һынай беҙҙе,

Тормош — даръя, ə мин бер елкəн;

Ҡаршы йөҙəм ярһыу ташҡындарға,

Яҙмыш тигəндəре шул микəн?!

Р.Хəкимйəн

***

Һүҙ

Һүҙ — табыштыра,

Һүҙ — ҡауыштыра.

Һүҙ-тылсым менəн

Берəүҙе түгел,

Хатта меңдəрҙе

Ҡотҡарып була.

Һүҙ — ялғыштыра,

Һүҙ — аҙаштыра.

Уның яманы

Туған-дуҫтарҙы

Яғалаштыра.

Ил менəн илде

Ҡан ҡойоштора.

Һүҙ — йылы ҡосаҡ,

Һүҙ — һалҡын бысаҡ.

Бер ни юҡ ерҙə

Унан олораҡ,

Унан ҙурыраҡ.

Эй, шағир, туҡта,

Уйла йөҙ, мең ҡат —

Һүҙ менəн бул һаҡ!

Р.Мифтахов

***

Яҡшы һүҙ, яман һүҙ

Яҡшы һүҙ йəшəртə,

Көс бирə,

Ҡулыңа һəлəт һəм

Эш бирə.

Яҡшы һүҙ ҡуҙғата

Йырҙарҙы.

Биҙəй ул, матурлай

Донъяны.

Яҡшы һүҙ шифалы,

Тылсымлы.

Йыуа ул яраны,

Борсоуҙы.

Яҡшы һүҙ тауҙарҙы

Күтəрə.

Дауылдар арҡыры

Үткəрə.

Яҡшы һүҙ ярҙамға

Ашыға.

Əйтерһең эретə ул

Ташты ла.

Яман һүҙ ағыуҙай

Əшəке.

Хатта ул ҡорота

Сəсəкте.

Ул һине ҡалдыра

Сыраға.

Йөҙөңə йыйырсыҡ

Сығара.

Яман һүҙ йыландай

Һуғыла.

Ул һалҡын боҙҙо ла

Туңдыра.

Яҡшыны күрегеҙ,

Аңлағыҙ.

Яманға битараф

Ҡалмағыҙ.

Ғ. Латыпов

Дауаханала

Ауырыным...

Дауаханаға

Əсəйем алып барҙы.

Табип апай дауалай ул

Бөтə ауырыуҙарҙы...

“Мə дарыуҙар, һауығырһың

Шуларҙы эсə-эсə...”

“Белмəй”, — тигəндер: бер А-ны

Əйттерҙе əллə нисə.

Ниңə һораны гел А-ны,

Б, В-лар — яраманы?

Их, уҡый ҙа белə инем,

Уҡытып ҡараманы.

С.Рəхмəтуллин

Һарыҡты кем ашаған

Бер аусының бер һарығы ҡырҙа ҡалған,

Эҙлəп тə тапмағандар, ул юғалған.

Бер-ике көн үтеп киткəс, беҙҙең аусы:

“Бүре ашаған һарыҡты”, — тип хəбəр алған.

Быны ишеткəс, аусы сикһеҙ асыуланды,

Йыртҡыстарҙың был эшенə көйҙө, янды.

— Һарыҡтың үсен алмай ҡалмамын, — тип,

Януарҙарға ошолай тип хəбəр һалды:

“Ҡыҙғанып тора инем үҙем һеҙҙе,

Асыуланһам, ҡалдырмамын берегеҙҙе,

Һарығымды кем ашаһа, шул кешене

Талап ҡылам, миңə тотоп биреүегеҙҙе”.

Аусыны белə урманда һəр бер януар,

Был хəбəрҙе ишеткəс тə таң ҡалдылар.

“Аусыны тиҙерəк риза итəйек”, — тип,

Кəңəш өсөн бер урынға йыйылдылар.

Булды 9 ы\u1090 төлкө секретарь, бүре рəис,

Һүҙ башлап рəис əйтте: “Был ниндəй эш!..

Аусының һарығын кем ашаны?

Танмайса ошо ерҙə əйтеү тейеш.

Шул эш өсөн саҡырҙым мин бында һеҙҙе:

Асыуланһа, аусы ҡырыр барыбыҙҙы.

Кем ашаһа, шуны биреп ҡотолайыҡ,

Тоғролоҡтан айырмағыҙ үҙегеҙҙе”.

Тəүҙə бүре: “Ашаманым”, — тине, танды,

Төлкө лə тоғролоғон һөйлəп алды.

Бөтə йыртҡыс үҙҙəрен аҡланылар.

Бер яҡ ситтə йыртҡыс түгел, ҡуян ҡалды.

Тине бүре: “Ситтə тороп яңғыҙ үҙең,

Бур кешенең күҙе төҫлө ике күҙең.

Һарыҡты ашаған кеше һин түгелме?

Əйтеп ҡал, бында килеп, əйтер һүҙең!”

Ҡуян меҫкен ҡурҡыуынан ҡалтыранды,

“Ашаусы мин түгел”, — тип саҡ əйтə алды.

Ул, шикле кеше төҫлө яуап биргəс,

Бөтə йыртҡыс: “Ашаусы шул!”, — тип ауаз һалды.

(Ашамай ҡуян һис бер ваҡытта ит),

Əйтə алманы, ашаған мин түгел, тип.

“Һарыҡты ашаған сусҡа ошо икəн”, —

Тине бүре: “Килтерегеҙ бəйлəргə еп!”

Шул сəғəт əллə ҡайҙан еп таптылар:

Ҡуяндың муйынына таҡтылар.

“Уҫаллығың язаһын тарт, бына инде!”, — тип

Аусының ауылына оҙаттылар.

Бүре төҫлө йыртҡыстарға киңдер йыһан:

Һəр ҡайҙа хурлыҡ күрер меҫкен ҡуян.

Зарарлы бəндə булып күренерһең,

Башҡаларға ҡылмаһаң да һис бер зыян.

М.Ғафури

***

Нəсихəттəр

Түбəнгə төшөү бер нəмə —

Уныһы бары бер яман.

Түбəнлеккə күнегеп китеү —

Уныһы инде мең яман.

Өс нимəнəн һаҡлан, балам,

Кəңəшемде ташлама:

Беренсеһе — бер ҡабым да

Харам ризыҡ ашама.

Икенсеһе — күңелеңə

Ояламаһын ялған.

Ялған бар ерҙə хаҡлыҡ юҡ,

Шуны онотма, балам.

Өсөнсөһө — иң мөһиме —

Шəфҡəтһеҙ була күрмə.

Шəфҡəтһеҙ кеше — тиран ул,

Шəфҡəтһеҙ донъя — төрмə.

Ф. Яруллин

Бала өсөн

Бар хəстəрем, бар хистəрем — бала өсөн,

Хеҙмəтем дə, хөрмəтем дə — бала өсөн.

Үкенеүҙəр, үтенеүҙəр — бала өсөн,

Йоҡоһоҙ төн, тынғыһыҙ көн — бала өсөн.

Утҡа-һыуға уҡталыуым — бала өсөн,

Сығыр юлдан туҡталыуым — бала өсөн.

Таңдан əүəл ҡайнар аш та — бала өсөн,

Тəгəрəгəн ҡайнар йəш тə — бала өсөн.

Иртə-кисем, йөрəк хисем — бала өсөн,

Барлыҡ эшем, барлыҡ көсөм — бала өсөн.

Янам — түҙəм, көйəм — һүнəм — бала өсөн,

Ғорур башты түбəн эйəм — бала өсөн.

Төндəр тыуһа, иртə көтəм — бала өсөн,

Күңелемдə йырҙар йөрөтəм — бала өсөн.

Ф.Чанышева

Башҡортостан — тыуған илем

Башҡортостан тəбиғəте

Башҡортостан тəбиғəте бик бай. Уның иң ҡəҙерле тəбиғəт

байлыҡтарының береһе — урман. Уның майҙаны — 6,2 млн га. Иң күп

таралған ағастарҙан ҡайын, уҫаҡ, йүкə, ҡарағай, имəн, саған һанала.

Үҫемлектəр һəм хайуандар донъяһы ла күп төрлө. Урмандарҙа үҫемлектəрҙең

һирəк осрай торғандары ла һаҡланған. Рəсəйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгəн

ҡоштар ҙа, кейектəр ҙə байтаҡ.

Республикала ике дəүлəт заповеднигы бар: Башҡорт һəм “Шүлгəнташ”.

Данлыҡлы “Бөрйəн ҡорто” тип йөрөтөлгəн кейек ҡорт тик Шүлгəнташта ғына

саф көйө һаҡланған. Ошонда уҡ бөтə донъяға билдəле “Шүлгəн мəмерйəһе”

бар.

Башҡортостанда ҡаҙылма байлыҡтар ҙа бик күп. Республиканың

көнбайыш һəм үҙəк райондарында нефть сығарыла һəм эшкəртелə. Күмертау

янында һоро күмер бассейны бар. Көнсығыштағы таулы райондарҙа үткəн

быуаттарҙан алып тимер, баҡыр, алтын сығарыла. Учалы, Баймаҡ, Хəйбулла

райондарында баҡырға, цинкыға, көкөрткə бай булған колчедан

ятҡылыҡтары бар.

Республикала 1000 күл, 600 йылға, 50-нəн ашыу минераль сығанаҡ

иҫəплəнə. Дарыу үлəндəре үҫтереү буйынса 11 заказник бар, 16 дəүлəт, 90

республика заказниктары эшлəй. Павловка, Нөгөш, Карман һыуһаҡлағыстары

бар.

Көньяҡ Урал ҡурсаулығы

Был ҡурсаулыҡ Башҡортостанда ғына түгел, бөтə Уралда иң эрелəрҙəн

һанала. Ул 252,8 мең гектар ерҙе билəй. Шуның иң ҙур өлөшө - 90 проценты

республикабыҙҙың Белорет районына ҡарай. Ҡурсаулыҡ Силəбе өлкəһенең бер

өлөшөн дə үҙ эсенə ала.

Көньяҡ Урал ҡурсаулығы билəмəлəрендə бейеклектəре 1300-1400 метрға

еткəн Машаҡ, Зигəлгə, Нəре, Күмерҙəк һырттары һəм көньяҡ Урал тауҙарының

иң бейек нөктəһен тəшкил иткəн Ямантау массивы урынлашҡан. Уның

бейеклеге – 1644 метр. Шулай уҡ Оло Инйəр, Кесе Инйəр, Йүрүҙəн йылғалары

ошо ҡурсаулыҡтан баш ала.

Үҫемлектəр һəм хайуандар донъяһы бик бай. Һирəк осрай торған

үҫемлектəрҙең күплеге менəн ҡурсаулыҡ башҡаларҙан айырылып тора. Бында

мүктең генə 172 төрө бар, 88 төрлө бəшмəк иҫəплəнə. 12 төр үҫемлек –

Рəсəйҙең, 66 төрө Башҡортостандың “Ҡыҙыл китабы”на индерелгəн.

Хайуандарға килгəндə, əлегə 275 төр умыртҡалы хайуандың көн итеүе

билдəле. 198 төрҙəге ҡош һəм 18 төр балыҡ йəшəй. Улар араһында таҙа һыуҙы

ғына үҙ иткəн бағры, бəрҙе балыҡтары бар.

Х.Чембарисова__

 

 

Иңбашта һəм елкəлə

Беренсе Май. Атаһының иңбашына ултырып алған сабыйҙың түбəһе

күккə тейгəн. Сəпəкəйлəй, шөңгөр тауышҡайы менəн (һаҡау __________икəнен дə онотоп)

“улла” тип ҡысҡырған була. Йəш ата ла унан кəм һөйөнмəй, күҙҙəренəн нур

балҡый: берəүҙең улы эшкингəн дə баһа.

... Ошо менеүҙəн бала ҡабат ергə төшөргə уйламаны — ғүмергə атай

елкəһендə йəшəр булып ҡалды. Был, əлбиттə, ата-əсəне һис кенə лə

ҡыуандырманы.

Йыл миҙгелдəре кеүек үк, əҙəми заттың да үҙ миҙгелдəре лə бар шул.

Сəңгелдəктə тирбəлеү, имгəклəү, иңбашта йөрөү, етəклəтеү, үҙ аллы йөрөүҙəр,

бара-бара бүтəндəргə үҙең таяныс һəм ҡалҡан булыу... Һəм һəр мөсəл дə,

тəбиғəт миҙгелдəре һымаҡ уҡ, үҙ ваҡыты өсөн генə аҫыл, ҡəҙерле, шифалы.

Хатта иртə килгəн яҙҙың яҙы бер кемде лə шатландырмаған шикелле, һуңлаған

балалыҡ та кешене һөйөндөрмəй икəн шул.

Ҡалай төплө, ғəҙел, зирəк был тəбиғəт ҡанундары...

М.Əбсəлəмов

Күтəреү

Ауыл Советы янына йəйғор таҫмалар, күҙ ҡамаштырыр сəскəлəр,

йəшелле-күкле шарҙар менəн биҙəлгəн еңел автомашиналар кортежы килеп

туҡтаны. Күңелле ауаздар, шарап салюты, бокалдарҙың гəлсəр сыңдары.

Шатлыҡтың иң юғары түбəһендəге кейəү бəхеттең зəңгəр томанында йөҙгəн

аҡҡошон күтəреп алды. Гармун телдəре тантаналы тушҡа күсте. Шараптан һəм

һөйөнөстəн елкенгəн төркөм никах йортона йүнəлде. Их, йөрəктең кəлəш

фатаһындай иң аҡ һəм пак сағы.

... Əзмəүерҙəй йəш ир ауа-түнə тəнтерəклəй, элəгə лə йығыла.

Ғəрлегенəн ер тишегенə инерҙəй булған ҡатыны етəклəп тə ҡарай, ҡултыҡлап

та ҡарай. Ахырҙа, йөкмəргə маташа. Кеше кешене күтəрə лə баһа, ни эшлəп

тантаналы музыка яңғырамай?..

Бəй, былар теге икəү ҙə баһа! Ҡасан бысранырға өлгөргəндəр һуң? Өҫ-

баштарын əйтмəйем, анауы ваҡыттағы туй күлдəгендəй аҡ һəм саф

күңелдəрен əйтəм.

М.Əбсəлəмов

Глобус һəм Ер шары

Коридорҙың теге осонда, мəктəпте күтəрерҙəй булып, шау-шыу ҡупты.

Дежур уҡытыусы шунда ашыҡты. Тауыш география бүлмəһенəн сыға ине.

Ишекте асып ебəрһə... ни күрə: малайҙар, саң-туҙан күтəреп, аҡыра-баҡыра

глобусты футбол тубы итеп типкелəйҙəр. Иҫенə килə алмай, бер аҙ аптырап

торҙо уҡытыусы. Бер ни тип тə өндəшə алманы, ғəҙəттəгесə шелтə лə яһаманы,

ҡотортоусыны ла төпсөнөп торманы. Глобус шарын һаҡлыҡ менəн генə

ҡулына алды ла, туҙанын ап-аҡ ҡулъяулығы менəн һөртөп, өҫтəлдə һерəйеп

торған күсəренə кейҙереп ҡуйҙы.

Глобус ни ул... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был заманда Ер шарын уйынсыҡ

туп итеп ҡулдарында сөйөргə, хатта типкелəргə маташыусы дəүлəт

эшмəкəрҙəре лə бар бит донъяла. Ə Ерҙе орбитаһынан тайпылдырһаҡ, күсəренə

ҡабат ҡуйып булырмы? Ул бит глобус шары түгел.

М.Əбсəлəмов

Метаморфоза

Саҡ-саҡ йөрөй башлаған ҡыҙ бала ауа-түнə урамға сыҡты. Уның өсөн

бар нəмə лə өр-яңы, бөтəһе лə мəрəкə. Батҡағы бутҡа, саң — он, быяла

ватыҡтары — ҡашығаяҡ. Уйнай торғас, бит-ҡул бысранды, əсəһе яңы ғына

тарап, таҫма бəйлəп ебəргəн сəс бумалаға əйлəнде.

Ошо мəл, аҡ яғалар тағып, “нулевой”ға йөрөгəн күрше малай мəктəпкə

барырға сыҡты. Əҙəм танымаҫлыҡ ҡиəфəткə кергəн күршеһенə бер килке

аптырап ҡарап торҙо. Йөҙөн сирып: “Фу, сусҡа”, — тине лə китек теше

араһынан сыртлатып төкөрөп үк ҡуйҙы. Унан эре генə ҡиəфəттə мəктəпкə

ҡарай атланы.

Төн уртаһы ауған. Йəш һəм ҡуш йөрəктəр генə йоҡламай. Өй

алдындағы эскəмйəлə һаман гөрлəшəлəр. Йəйге тын төн егеттең шыбырлап

ҡына сискəн серҙəрен бар донъяға фаш итə:

— Ҡамыштай бармаҡтарыңды аҫыл йөҙөктəр менəн биҙəрмен. Аһ, көн

дə төштəремə инеп хыялый итеп бөттө бит ебəктəй сəстəрең, сейə ирендəрең,

ынйы тештəрең ....

Туҡта. Теге “сусҡа ҡыҙ” ҡасан фəрештəгə əүерелеп өлгөргəн һуң? Теге

фырт күрше малайҙы нисек теҙ сүктергəн!

 

М.Əбсəлəмов