Скачать
Башҡортса-русса һүҙлек.pdf
Adobe Acrobat документ 364.0 KB
Скачать
Русса-башҡортса һүҙлек.pdf
Adobe Acrobat документ 328.8 KB

Һүҙлек

Ҡурсаулыҡ - заповедник

Минең илемдə

Минең илемдə

Болон, урмандар,

Алтын-көмөшлө

Мөһабəт тауҙар.

Минең илемдə

Ҙур йылға, күлдəр,

Матур баҡсалар,

Сəскəле гөлдəр.

Киң ҡырҙарында

Бай, мул игендəр.

Йырлап эшлəйҙəр

Шат ҡыҙ, егеттəр.

Х.Кəрим

Илемдə

Тынғы белмəй

Күпме таңдар

Яҙҙы маҡтай

Һандуғастар.

Йырлай үлəн,

Һəр бер һабаҡ,

Һəммə япраҡ,

Хатта ҡыяҡ.

Шишмə моңло,

Йылға йырлай,

Сөнки йырһыҙ

Йəшəп булмай.

Көйлəй-көйлəй

Ерем йырлай,

Күгем йырлай,

Күңел йырлай.

Ғəжəп түгел:

Илемдə бит

Йəшəү шулай,

Мəңге тынмаҫ

Матур йырҙай!

М.Дилмөхəмəтов

Барыһы бар

Сəскəлəрҙең алдары,

Алмалары, сейəһе,

Елəктəре, баландары,

Ҡуҙғалаҡлы яланы,

Күп балыҡлы йылғаһы,

Бейек-бейек тауҙары,

Бөҙрə сəсле талдары —

Барыһы Тыуған еремдə,

Башҡортостан илемдə.

К.Кинйəбулатова

Юҡ ерҙə тиңең

Матур һин, Урал,

Юҡ ерҙə тиңең,

Йондоҙҙарың да

Аҫыл таш һинең.

Тауҙарың бейек,

Урманың йəмле,

Шишмəлəреңдең

Һыуҙары тəмле.

Гүзəл баҡса

Өфөлəге ботаника баҡсаһын күптəр белə.

Əгəр ҙə һин, бында үҫкəн үҫемлектəрҙе күрергə телəп, сəйəхəткə сығып

китһəң, бөтə донъяны гиҙергə тура килер ине. Австралияға һəм Яңы

Зеландияға, Төньяҡ Америкаға һəм Африкаға, Урта диңгеҙ буйҙарына һəм

Мексика сүлдəренə лə барып сығырға мөмкин булыр ине.

Бына пальмалар. Улар Испанияла кеше үтə алмаҫлыҡ ҡуйы урман

булып үҫə. Сəскəһе матур түгел, ə япрағы, əйтерһең дə, яһап ҡуйған веер инде!

Эвкалипт — иң бейек ағастарҙың береһе. Австралияла бейеклеге 150

метрҙан да ашыуҙары осрай. Был бик үҙенсəлекле ағас. Ул бик шəп үҫə, шуға

күрə үҙенə һыуҙы ла күп ала. Эвкалиптты һаҙлыҡтарҙы киптереү өсөн,

һаҙлыҡлы урындарға ултырталар.

Оранжереяла ҡыҙыл ағас — секвойя ла үҫə. Уның да бейеклеге — 150, ə

йыуанлығы 16 метрға етə.

Башҡорт кейеме

Традицион кейем-һалым — кешенең милли йөҙөн билдəлəүсе

күрһəткес. Кейем-һалымдың составы, уның төрҙəре, биҙəү һыҙаттары күп

быуаттар буйы формалашҡан. Ул халыҡтың хужалыҡ-көнкүреш торошона,

уның мəҙəни-тарихи үҫешенə бəйле.

Башҡорт костюмының стиле күсмə малсылыҡ йəмғиəте өсөн булған

үҙенсəлектəр менəн билдəлəнгəн. Кейем-һалым тула, төрлө үлəн сүстəренəн

һуғылған туҡыма, йөн, күн, һарыҡ тиреһенəн тегелгəн, шулай уҡ ебəк, бəрхəт

һəм башҡа туҡымалар ҡулланылған.

Өҫкə елəндəр, камзулдар йыл əйлəнəһенə кейелгəн. Уларҙы биҙəүгə ҙур

иғтибар бирелгəн.

Башҡорттарҙың йəш һəм урта быуын вəкилдəре сағыу төҫлө кейем

кейгəн. Ҡыҙыл төҫ янына йəшелде һəм һарыны, һирəгерəк күк төҫтө

ҡулланғандар. Аҡ төҫтəге кейем ҡайыу, сигеү ярҙамында ҡыҙыл төҫ менəн

биҙəлгəн. Өлкəн кешелəр ҡара төҫтəн кейенгəн.

Кейем-һалымды, баш кейемдəрен йыш ҡына мəрйен, ҡортбаш, мəрүəт,

сəйлəн, көмөш көмбəҙҙəр һəм көмөш тəңкəлəр менəн биҙəгəндəр. Селтəр-

һаҡалдар, иңһəлектəр, хəситəлəр, муйынсалар, сəс сулпылары — ысын-

ысындан сəнғəт əҫəрҙəре.

Ювелир əйберҙəр: балдаҡтар, йөҙөктəр, белəҙектəр, алҡа-һырғалар —

сүкеү, ҡалыпҡа һуғыу, гравирлау, селтəрлəп үреү ысулы менəн эшлəнгəн.

Көмөштө аҡыҡ һəм фəйрүзə ҡуйып матурлағандар.

Аяҡҡа күн итектəр, кəүеш, тула ҡуңыслы ситек кейгəндəр. Ат тиреһе лə

ҡулланылған. Башҡорт костюмы ғəжəп күп төрлө һəм бай.

Һүҙлек

Ҡайыу — окаймлять; вышивать тамбуром, нашивать аппликации.

Мəрйен — коралл, бусина.

Ҡортбаш — раковина, которая употреблялась для украшения одежды.

Мəрүəт — жемчуг.

Сəйлəн — мелкий бисер.

Көмбəҙ этн. выпуклое монетообразное металлическое украшение

для женской одежды.

Селтəр, һаҡал этн. нагрудник (женское украшение, сделанное из

серебряных монет и красных кораллов).

Иңһəлек этн. женское украшение в виде широкой ленты с

монетами, прикрепляемое на затылке и свисающее ниже пояса поверх кос.

Хəситə этн. перевязь (женское нагрудное украшение в виде полосы

ткани, плотно украшенное монетами и серебряными подвесками).

Муйынса этн. женское нагрудное украшение (с монетами, бусами,

подвесками, надеваемое на шею).

Сулпы этн. накосник (женское украшение в виде узорчатой

серебряной подвески из монет и вставками из цветных камней).

Сүкеү — чеканить8 р .