Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларға  рухи - әхлаҡи

                                              тәрбиә биреү.

         Бөгөн Рәсәй Федерацияһы ҡабул иткән »Мәғариф тураһындағы» Закондың 9-сы статьяһының 1-се пунктына ярашлы, мәктәптә балаларҙы уҡытыуҙа һәм тәрбиәләүҙә төп норматив документтарҙың береһе булып Төп дөйөм белем биреү программаһы тора.Уға уҡыу планы, һәр предмет буйынса эш программаһы, баланы рухи һәм әхлаҡи яҡтан тәрбиәләү һәм үҫтереү йүнәлештәренең йөкмәткеһен билдәләүсе һәм башҡа бүлектәр инә. Программала мәктәптең көндәлек йәшәү нормалары, үҙенә генә хас уҡытыу-тәрбиә үҙенсәлектәре, яңы эш алымдары, инновацион технологиялар индереү  саралары, ата-әсәләр менән эш төрҙәре һәм педагогтарҙың профессиональ кимәлен күтәреүгә бағышланған йүәлештәр, мәктәпте матди яҡтан йыһазландырыу юлдары сағылдырыла. Шулай итеп, программа мәктәптең төп законы(конституцияһы) ролен үтәй.

Яҡынса төп дөйөм белем биреү программаһы мотлаҡ 9 бүлектән торорға һәм мәктәптең уҡытыу-тәрбиә процесын тулы асып бирергә тейеш.

9 бүлектең  алтынсыһына рухи һәм әхлаҡи тәрбиә биреү программаһы инә. Унда балаға социаль-әхлаҡи төшөнсәләрҙе аңлатыу, уларҙың үҙенсәлектәрен төшөндөрөү һәм көндәлек тормошта ҡулланыу нигеҙҙәрен һалыу бурысы тора. Был бүлеккә баланы тирә-йүнде танып-белеү, мәғлүмәт менән эш итә алыу, аң-белем үҫтереү, тыуған еренә, халҡына, теленә һөйөү тәрбиәләү аша кәрәкле кеше итеп үҫтереү бурысы ҡуйылған. Ул үҙен Рәсәй Федерацияһының гражданины итеп тойоп, халҡына, уның тарихына, мәҙәниәтенә, ғөрөф-ғәҙәттәренә битараф булмаған, үҙ тамырҙарын белгән, яҡындарын, ғаиләһен ҡайғыртҡан көслө рухлы шәхес булып үҫергә тейеш.

Әхлаҡи тәрбиә биреү-кешелек донъяһы алдында торған иң мөһим проблемаларҙың береһе. Кешенең әхлағы булмаһа, ул үҙе лә, уның тирә-яғындағылары ла бәхетһеҙ була.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә был проблема көнүҙәк проблемаларҙың береһе булып ҡала килә. Йәмғиәтебеҙ социаль һәм иҡтисади үҙгәрештәр кисергән заманда, шәхестең белемлелеге менән тәрбиәлелеге араһында бәйләнеш өҙөлдө кеүек.

Балаларҙың, үҫмерҙәрҙең үҙ-үҙҙәрен тотоштарындағы тупаҫлыҡтар, кешеләр

менән аралашыуҙарындағы кәмселектәр һәммәбеҙне борсой. Мәғлүм, кешене яман эштәрҙән белемлелек түгел, бәлки әхлаҡ тәрбиәһе,әҙәплелеге, намыҫлылығы һаҡлай. Әхлаҡ менән әҙәбиәт бергә булғанда ғына уҡытыусы көтөлгән уңыштарға ирешә ала. Әҙәбиәт уҡытыуҙа ниндәй ҙә булһа уңыштарға ирешеү өсөн уҡытыусыға педагогика, методика, әҙәбиәт белеме ҡаҙаныштарын белеү мөһим.

Рус мәктәптәрендә уҡыусы башҡорт балаларына башҡорт әҙәбиәтен уҡытыуға программа уҡыу-уҡытыу бурыстары менән бер рәттән түбәндәге бурыстарҙы ҡуя:

1).  Балаларҙы башҡорт әҙәбиәте, халыҡ ауыҙ-тел ижады, башҡорт халҡының йыр-музыкаһы, театры, һынлы сәнғәте менән таныштырыу.

2).  Халыҡ тарихын һәм мираҫын өйрәнеү аша йәш үҫмерҙәргә Ватанға, халыҡҡа, туған телгә мөхәббәт, ололарға, кеселәргә һәм, ғөмүмән, кешегә ихтирам, мәрхәмәтлелек, шәфҡәтлелек тәрбиәләү.

Аңлашыла. Был бурыстар айырым-айырым күрһәтелһәләр ҙә, үҙ-ара тығыҙ бәйләнгәндәр. Улар берҙәм уҡыу-уҡытыу процесында тормошҡа ашырылалар, сөнки дәрестә белем биреү, шәхес формалаштырыу менән бергә бәйләп алып барыла.

 Әҙәбиәт дәрестәренең төп маҡсаты-әҙәби әҫәрҙең матурлығын күрә белергә, эстетик һәм интеллектуаль ләззәт алырға өйрәтеү. Бының менән генә сикләнмәйенсә, шул уҡ ваҡытта әҙәби әҫәрҙәр аша уҡыусыларҙың донъяуи күҙаллауҙарын аңлау-фекерләү һәләтен үҫтереү, әхлаҡи тәрбиә биреү маҡсатын да оноторға ярамай.

Программаға әҫәрҙәр киләсәк йәш быуынды мәрхәмәтле, шәфҡәтле, тыуған яҡ тәбиғәтен һаҡлаусы һәм яратыусы, бөтә кешелектең ыңғай сифаттарына эйә булған, милләт мәнфәғәтен яҡларҙай кеше итеп тәрбиәләү бурыстарын күҙ алдында тотоп һайланған.

Уҡыусыларға рухи, милли һәм әхлаҡ тәрбиәһе биреүҙә, уларҙы халҡыбыҙға хеҙмәт итерҙәй шәхес булараҡ формалаштырыуҙа әҙәбиәт дәреслектәрендә бирелгән әҫәрҙәрҙең роле ҙур. Йәш быуынға милли йәшәү рәүешен еткереүҙә, уның үҙаңын үҫтереүҙә, был йүнәлештә ышаныслы аҙымдар яһауға әҙерләүҙә әҙәбиәт мөһим тотҡа булып тора.

Һүҙ сәнғәте булараҡ әҙәбиәт кеше рухына, йәненә айырыуса йоғонто яһай.

Һәр сәнғәт төрөнөң үҙ матурлығы булған кеүек, матур әҙәбиәттең үҙенә генә хас матурлығы бар. Был – әҙәби образ, уның рухи донъяһы, һүрәтләү саралары. Әҙәби әҫәрҙәр ҙур тәрбиәүи көскә эйә.Әҫәрҙә һүрәтләнгән әхлаҡи сифаттар уҡыусыға ыңғай тәьҫир итә, унда ыңғай характер сифаттары тәрбиәләй,йәшәү мәғәнәһен аңлата, тормошҡа әҙерләй.

Әҙәби әҫәрҙе бөтә тәрәнлеге, сәнғәтлелеге, ҡаршылыҡтары менән өйрәтергә кәрәк.Һәр дәрес ул уҡытыусының ижади эше. Дәрестең уңышлылығы өсөн уҡытыусы менән уҡыусы араһында үҙ-ара аңлашыу, хеҙмәттәшлек булыуы ла мөһим.

Һәр дәресемдә тәрән белем биреү менән бер рәттән, уҡыусыларымда кешелеклелек, рухи яҡтан дөрөҫ, бай, башҡа милләттәргә ҡарата хөрмәт хистәрен, толерант шәхес тәрбиәләү өлкәһендә эш алып барырға һәм әҙәби әҫәрҙәр йоғонтоһонда үҙ-үҙеңде әҙәпле тотоу күнекмәләре формалаштырырға тырышам. Дәреслектә бирелгән әҫәрҙе уҡығандан һуң,уҡыусыларҙы фекер йөрөтөргә, үҙ фекерҙәрен ҡурҡмайынса әйтергә, иҫбат итергә өйрәтәм. Йыш ҡына »Һеҙ бик матур уйлайһығыҙ, фекер йөрөтәһегеҙ. Бындайҙарҙың күңелендә насарлыҡ булмаҫ» йәки «Ҡайҙа ғына булһағыҙ ҙа, ниндәй генә эштәр эшләһәгеҙ ҙә яуаплылыҡ тойоғоҙ. Хөрмәт ҡаҙанып йәшәргә хәҙерҙән өйрәнегеҙ» тигәнерәк фекерҙәрем менән уҡыусыларҙың күңелдәрен күтәрәм, ҡәнәғәтлек хистәре тәрбиәләргә тырышам.

Әҙәбиәт дәрестәре әҫәрҙәр өйрәнеү менән бер рәттән халыҡ ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәре, халҡыбыҙҙың йыр- музыкаһы, театры, һынлы сәнғәте өлкәһендә мәғлүмәт биреүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Ошо маҡсаттан сығып  әҙәбиәт уҡытыусыһы һәр ваҡыт эҙләнеүҙә, яңы алымдар, формалар ҡулланып, һәр дәресен уҡыусыларҙың күңелдәрендә уйылып ҡалырлыҡ итеп ойошторорға тейеш.

9-сы класта программа буйынса «Башҡортостан театрҙары» тигән тема өйрәнелә. Был дәресемдең уңышы юғары булһын өсөн, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистарының биографияһы менән яҡындан таныштырам. Уларҙың портреттарын күрһәтәм.Театрҙың үткәне һәм бөгөнгөһө тураһында һөйләйем. Төрлө образдарҙың тарихы буйынса мәғлүмәт бирәм. Күп кенә уҡыусыларыбыҙ был театрға барып спектаклдәр ҙә ҡарағандары бар. Әлбиттә, улар ҙа тәьҫораттары менән теләп уртаҡлашалар.«Салауат Юлаев» киноһын ҡарап, СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковтың талантына ғашиҡ булдылар уҡыусылар.

Шул уҡ класта «Башҡорт милли аштары» темаһын үткәндә, халҡыбыҙҙың милли аштарының сәләмәтлек өсөн файҙалы булыуын бәйән итәм.

Кластан тыш саралар үткәргәндән һуң, табын ҡороп ошо ризыҡтар менән һыйланған саҡтарыбыҙ ҙа күп.

5-се класта «Йыл миҙгелдәре» темаһын үткәндә тәбиғәткә экскурсия яһайбыҙ. Тирә-яҡты күҙәтәбеҙ, матурлыҡты күрә, һаҡлай белергә өйрәнәбеҙ.

Халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры Ғ.Туҡай шиғырҙарын яратып уҡыйбыҙ, сәхнәләштерәбеҙ. Уның ауыр бала сағы тураһында уҡып, бөгөнгө тормошобоҙҙоң матурлығына һөйөнәбеҙ, ҡәҙерен белергә өйрәнәбеҙ.

Уҡыусылар 5-6 кластарҙа мәҡәлдәр, әкиәттәр аша хеҙмәттең шатлыҡ һәм илһам сығанағы икәненә төшөнә.

 Уҡыусыларҙа тыуған тәбиғәтебеҙгә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүҙә Абдулхаҡ Игебаев, Факиһа Туғыҙбаева шиғриәте, Н. Мусиндың романдары ҙур роль уйнай. Яҡташыбыҙ Ф.Туғыҙбаева, Ҡ. Аралбаев, Б. Ноғоманов, Р. Шаммас менән осрашыуҙар бик фәһемле үтте.

 Бына шундай юлдар, саралар, формалар аша уҡыусыларымда намыҫлылыҡ, тоғролоҡло булыу, кешеләрҙе яратыу, яуаплылыҡ, шәфҡәтлелек,инсафлылыҡ кеүек әхлаҡи сифаттарҙы тәрбиәләргә тырышам мин.  Һүҙемде барығыҙға ла сәләмәтлек, яңы уҡыу йылында уңыштар, сабырлыҡ, тәрбиәле уҡыусылар теләп тамамлайым.

 

 

                     Ғәбдрәхимова Р,З,, Ғафури урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте      уҡытыусыһы.